Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Рәйлә Сабитова. Ул башҡорт прозаһының өмөтлө йәш прозаигы: "Өлкәнәйеү”исемле бер проза китабы авторы, әҫәрҙәре "Ағиҙел”, "Шоңҡар” журналдарында, "Киске Өфө”, "Йәшлек” гәзиттәрендә баҫылып сыҡты. Быйыл "Ағиҙел” журналында "Артыҡбикә ” исемле повесть-монологы донъя күрҙе.
- Әҙәбиәткә юл башың нимәнән ғибәрәт?
- Ҡапылғара ғына "Әҙәбиәткә булған һөйөүем тап ошонан башланды”, - тип тә әйтә алмайым, тәүге әҫәремде лә айырып әйтә алмаҫмын, сөнки хәреф таныр-танымаҫтан "шиғыр яҙҙым”тип йөрөгәнмен. Башланғыс класс уҡыусыһы сағымдан "Ағиҙел” журналын яраттым. Өйҙәгеләр бот саба ине: бармаҡ буйы ғына ҡыҙыҡай абруйлы әҙәби баҫмаға текәлеп ултырһынсы әле... Ҡасып, боҫоп – өҫтәл аҫты ҡалмай, мейес башы ҡалмай - ҡалын-ҡалын романдарҙы уҡып ултырғаным иҫемдә. Мәктәптә дәрес барышында ла, парта аҫтында мотлаҡ әҙәби китап ята ине.
- Әҙәбиәттең проза жанры һиңә күпкә яҡын булыуы шикһеҙ...
- Йәшермәйем, проза – минең өсөн үтә яҡын жанр. Шул уҡ ваҡытта, әҙәбиәткә барыбер шиғыр аша килдем. Миңә тормошта, күрәһең, ыңғай тура килгән. Уйлап ҡараһаң, тәүге шиғыр яҙыу дәрестәре биреүсе кеше-Зөлфиә Ханнанова, тәүге редакторым-Нияз Сәлимов, прозала иһә, тәүге кәңәшсем һәм яҡлаусым-Гөлнур Яҡупова...(Мине шиғыр яҙыуҙан төңөлдөргән кеше лә республикала билдәле шағирә ул)....13 йәштә беренсе тапҡыр шиғырҙарым баҫылды, 14 йәштән проза яҙам.
- Бөгөнгө көндә һин китап уҡыусы ғына түгел, китап яҙыусы ла. Әйт әле, яҙышыу һинең өсөн нимә – күңел талабымы, шөғөлмө, икенсе төрлөрәк әйткәндә, нимәгә яҙышаһың һин? Китап уҡыу – ул бер, китап яҙыу икенсе нәмә...
- Минең өсөн яҙыу ул ашау, эсеү, тын алыу кеүек тәбиғи әйбер. Яҙмай тора алған сағымда яҙмайым. Күңелгә ашҡыныу тула икән, унан бушанырға кәрәк, юҡһа ул сиргә әйләнәсәк (ундай ваҡыт та булды). Минең һайлау мөмкинлегем юҡ - яҙырға тыуғанмын, тимәк, яҙырға тейешмен. Яҙышҡанда уҡыусы күҙлегенән сығып фекер йөрөтәм-миңә оҡшар инеме был тема, был һүрәтләү, тел...
- Ә һуңынан, бушанғас...
- ...бөтә кисерештәремде, тойғоларымды ҡағыҙға түккәндән һуң бушлыҡ тойғоһо кисерәм... Геройҙарыңдың барлыҡ хәсрәттәрен, ҡайғыларын күңелеңә яҡын алып, уларҙың яҙмышы менән йәшәгәндән һуң ҡапыл ғына үҙеңдән ысҡындырып ебәреүе ауыр.
- Яҙған әҫәреңде уҡып, үҙең ниндәй тойғолар кисерәһең?
- Билдәле бер әҫәрҙе яҙыу минең теге йәки был проблемаларға уйылып, шулар тураһында уйланып йөрөгән сағыма тура килә. Шуны ҡағыҙға төшөрөп, үҙемсә рухи һәм эмоциональ яҡтан хәл иткәс, ул әҫәргә башҡа әйләнеп ҡайтмайым, уны уҡымайым, ул темаға башҡа мөрәжәғәт итмәйем... Бына шулай. Әммә йыш ҡына шуны тоям - "мин яҙҙым” тип шапырынырға хаҡым юҡ. Сөнки нимә яҙыуым шәхсән үҙемә бәйле түгел, уны Юғары көстәр хәл итә, буғай. Ҡайһы бер фразаларымды аҙаҡ уҡып аптырайым - бөтөнләй был турала уйланғаным юҡ ине, ҡайҙан алып яҙылған тип...
- Әҫәрҙәреңдең төп героиняһының прототибы... һинме?
- Юҡ, мин түгел. ...бөтөнләй үк мин түгел, тип тә әйтеп булмай, сөнки әҫәрҙе яҙыу процесында героиняларым менән туғанлашып, яҡынлашып, хатта ки эҫенеп китәм. Әммә улар барыбер йыйылма образдар, бер героиняла бер-нисә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы ҡушылған.
- "Артыҡбикә ” әҫәрендәге Артыҡбикә ләме?
- Эйе, уға ла ҡағыла был һүҙҙәр. Яҙыу процесында мин генә түгел, хатта ул да минең рухымды, булмышымды үҙгәртеп китте кеүек. Ләкин бөтөнләй бер-беребеҙгә оҡшамағанбыҙ. Мин бөтөнләй икенсе төрлө...
- Тормошта ниндәйһең һуң һин, Рәйлә?
- Мин уға ҡарағанда күпкә ҡурҡағыраҡ, өркәгерәкмен. Ул алабарман, тәүәккәл, сая зат.
- Һинең героиняларың, ғөмүмән, шундай холоҡло ул, буғай...
-Бәлки. Ә бына миңә был ҡылыҡтар йыш ҡына етмәй... Мин һаҡмын, бар нәмәне үлсәп эш итәм. Нисек тә тормошта хата яһамаҫҡа тырышам. Героиняларыма ҡарағанда күпкә көсһөҙөрәкмен. Улар мине, киреһенсә, тәүәккәлерәк булырға өйрәтә. Етмәһә, матурлыҡҡа ғашиҡлығым сағылалырмы - героиняларым төҫкә сибәр, һомғол заттар, үҙең беләһең, минең ни төҫөм юҡ, ни буйым))..
- Йәнә, беләһеңме, һинең героиняларыңа үҙ-үҙенә ирония менән ҡарау хас кеүек...
- Шулаймы ни? Бына һиңә кәрәк булһа... Үҙ-үҙеңә ирония менән ҡарау, миңә ҡалһа, беҙҙең Табын ырыуы башҡорттарына хас һыҙат. Әйтеребеҙҙе кинәйә менән, уратып-суратып, төрттөрөп еткереү, ҡыйыш атып тура тейгеҙеү... Бәлки, был тәңгәлдә тормошҡа ҡарата фәлсәфәбеҙ сағылалыр, белмәйем... Мәҫәлән, мин маҡтауҙы ла самоирония менән ҡабул итергә өйрәнгәнмен. Ғөмүмән, ҡырыҫ халыҡбыҙ ахрыһы...яҡыныңды маҡтарға, күтәрмәләргә өйрәнергә кәрәктер. Бер-беребеҙҙе һүҙ менән булһа ла күтәрергә кәрәк.
- Һинең китабың донъя күрҙе, абруйлы "Ағиҙел” журналында повесың баҫылып сыҡты, башҡа республика матбуғатында ла исемең йыш осрай. Үҙенә күрә йәш прозаик өсөн яуланған үр, бейеклектер был... был һиңә ҡыуаныс килтерәме?
- Беләһеңме, әҫәреңме, китабыңмы баҫылып сыҡҡас та, ҙур шатлыҡ кисерәһең. Һуңынан күңелде ҡурҡыу биләп ала – артабан нимә булыр, ни эшләрмен, артабан яҙа алырмынмы? Ошо әҫәрем һуңғыһы булмаҫмы?..Ошо осорҙо үткәреп ебәреп, яңы әйбергә тотонғансы иң ҡыйыны...
- Ауылда йәшәп тә, ижад итеп, йыш баҫылған йәш авторҙарҙың береһе һин. Дөрөҫөн әйт әле, йәш, әммә талантлы кешегә республика баҫмаларында әҫәрҙәрен сығарыу өсөн күп көс түгергә тура киләме? Һин үҙең ниндәй ҡыйынлыҡтарға осраның?
- Әлбиттә, иң ҙур проблема – редакция хеҙмәткәрҙәренән әҫәреңде уҡытып алыуы. Аңлайым – редакция хеҙмәткәрҙәре килеп торған материалдар менән күмелеп ултыра... Шулай ҙа үҙ әҫәреңде уҡытҡы, ниндәйҙер белгес фекере ишетке килә. Сөнки ҡулъяҙмаңды алып барып та, уның баҫылмауы ла түгел, ә тейешенсә иғтибар бирелмәүе кешенең үҙ-үҙенә ҡарата ышанысын кәметә. Бәлки, ысынлап та, ҡулдан килмәйҙер, тип уйлай башлайһың. Ләкин мин ундай осраҡтарҙа ла яҙышыуҙан туҡтаманым. Баҫмаһалар ҙа, уҡымаһалар ҙа яҙыштым. Шулай ҙа матбуғатта "йәштәр килмәй әҙәбиәткә” тип лаф ороп, ғәмәлдә алып барған әҫәреңде уҡыу түгел, үҙеңде кәмһетеп, ҡыуып тигәндәй сығарған кешеләр булыуын да инҡар итеп булмай. Бер редакциянан илап сыҡтым шулай...Аллаға шөкөр, башҡаларында улай булманы, берәүһендә бер хеҙмәткәр биргән баһаны хатта үҙемә критерий итеп алдым - "кешелекле” тигәйне бер әҫәремде, шунан бирле яҙышҡанда шул яғын ҡарайым, кешелеклеме-түгелме...Геройҙарымды ап-аҡҡа һәм дөм ҡараға бүлмәүем дә шунандыр.
- Ниндәй яҙыусыларҙың ижадын үҙ итәһең?
- Үҙ ижади һәм шәхси почергы булған яҙыусыларҙы. Мәҫәлән, Талха Ғиниәтуллин, Әмир Әминев, Гөлнур Яҡупова, Мөнир Ҡунафин, Гөлсирә Ғайсарова, Салауат Әбүзәр, Азамат Юлдашбаев...Башҡорт әҙәбиәтендә уларҙың тик улар ғына яҡтырта торған темаһы, тик улар ғына атлай торған һуҡмағы бар. Ижадыма, ғөмүмән алғанда, Оноре Де Бальзак, Джейн Остин, Уильям Теккерей, Диккенс кеүек сит ил әҙәбиәте классиктарының тәьҫире ҙур булды. М.Лермонтовтың Печорины минең интерпретациямда әҫәрҙәремә ҡыҫылып китә һаман. Тел байлығы өсөн һис һүҙһеҙ Б.Рафиҡов, Ә.Хәкимов, Я.Хамматов, Һ.Дәүләтшина, Ғ.Ибраһимов, К.Мәргән, Ж.Кейекбаевтарҙың романдарын уҡырға кәрәк. Ғөмүмән, яҙышыуҙы яҙмышың итеп һанайһың икән - бер ҡасан да үҙ өҫтөңдә эшләүҙән туҡтарға ярамай. Мөмкин тиклем күберәк белергә ынтылырға, алға ҡарап йәшәргә, үҙ-үҙеңә аяуһыҙ талапсан булырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уҡыусың алдында яуаплылыҡ тойғоһо ла мөһим - ул ваҡытын биреп әҫәреңде уҡый икән- уның һинән әҫәреңде ышандырғыс итеп, матур тел менән яҙыуыңды талап итергә хоҡуғы бар... һәм, әлбиттә, әҫәр мотлаҡ яҡты уйҙар, йәшәүгә өмөт уятырлыҡ булһын, шулай уҡ "Ҡөрьән”, ”Тәүрат” кеүек китаптарҙа тыйылғанды бер ҡасан да ”мөмкин”, ”ярай” тип иҫбатларға тейеш түгел...
Матурлыҡ яратам. Матур балаларҙы, һөйкөмлө-һөймәлекле булып ҡартайған ололарҙы, күркәм холоҡло, яҡты күңелле кешеләрҙе яратам... Кеше яралыуы-тыуыуы-үҙе бер мөғжизә бит ул! Һәм бер заман яп-ят мөхиттә үҫеп бер-береһенә яп-ят кешеләр булған әҙәм заттары араһында ғәжәйеп бер мөғжизә булып мөхәббәт кеүек хис тыуыуы...Ғүмер буйы асырға маташып, күпме әҫәрҙәр яҙһаң да, кеше күңеле иң ҡатмарлы, ғәжәп бер нәмә булып ҡаласаҡ. Тимәк миңә, бер яҡтан ҡараһаң, яҙырға тема бер ҡасан да һайыҡмаясаҡ...
Ләйсән МАРАКАНОВА,
филология фәндәре кандидаты,