Рәсәй менән Башҡортостан
Ике ҡайын – ишелеп үҫкән,
Олонона тамға һалып,
Быуат-быуат йылдар үткән.
Был дуҫлыҡты боҙмаҡ булып,
Ажғыр елдәр аҙарынған,
Ут ҡамсылы ҡара болот,
Тау артынан ҡабарынған.
Бер-беренә һыйынған да
Йәнәш ҡалған ике ҡайын,
Олондары уралған тик
Ел-дауылдар иҫкән һайын.
Күпме йәшен-ҡыйралышҡа
Был ҡуш ҡайын бирешмәгән,
Бер Ҡояшҡа үрләгәндәр,
Юлдары һис киҫешмәгән.
Рәсәй менән Башҡортостан
Бер яҙмышлы ике дәүләт,
Һулымаҫҡа, ҡоромаҫҡа,
Бер-береңә терәк кәрәк.
Айырылмаҫ олон булып,
Яҙмышыбыҙ ишелгән бит,
Бергә-бергә тир-йәш түгеп,
Күпме һыуҙар киселгән бит.
Рәсәй менән Башҡортостан
Ике ҡайын – ишелеп үҫкән,
Теләктәр бер – Ҡояш ҡына
Гел балҡыһын аяҙ күктә!