Әссәләмәғәләйкүм, аҫыл затҡа,
Майҙанда уҙып килгән арғымаҡҡа.
Лайыҡлап дәрәжәңә яҙҙым сәләм,
Үҙебеҙ артыҡ батыр булмаһаҡ та.
Баҡсаһыҙ былбылдар ҙа һайрай алмаҫ,
Был көндә оҡшап торабыҙ ябалаҡҡа.
Хоҙайҙың яҙғанына сара бармы -
Яҙылмаған бит доғалар ерле юҡҡа?!.
Үтенәм, хәҙрәт, һинән йөҙ мең ҡабат
Беҙ фәҡир бисараны кире ҡаҡма.
Аҡыллыға - ишара, тигән һүҙ бар,
Артыҡ һүҙ - әҙәпһеҙлек аҫыл затҡа.
Донъяның төшөп торам мәзарына,
Һатылдым бер мут илдең баҙарына.
Йыуанырҙай һис беренән һүҙ алманым,
Шунда ла өмөтөмдө өҙә алманым.
Зинданда интизар булып зарыҡҡандан,
Һеҙҙәргә тағы яҙҙым, түҙә алманым.
Бәндәлә була ҡай саҡ шундайын хәл.
Ғалимдың һүҙе - шәкәр, мәғәнәһе - бал.
Бисара, зарыҡҡандан яҙғандыр, тип,
Солтаным, үтенесемә күҙең һал.
Тотҡондар ҡиблаһы ине буҫағағыҙ,
Һүҙ мәлен белмәгәнгә оҡшамағыҙ.
Йыуһағыҙ, бер төшкән кер китмәй ҡалмаҫ,
Ҡайраһаң, кителгән ер үтмәй ҡалмаҫ.
Һәр бер зат үҙ асылына ҡайтыр, тигән,
Дат йоғоп, булат ҡылыс үтмәй ҡалмаҫ.
Күп булды мосолманға ярҙамығыҙ,
Көндән-көн үҫә барҙы баҙарығыҙ.
Һарҡыттан Аҡмулланы буш ҡуймағыҙ -
Таша бит һеҙҙең дәүләт ҡаҙанығыҙ.
Донъяла хайран һеҙҙең бәхетегеҙ,
Йыйылған бөтә илгә дәүләтегеҙ.
Ғилемлелек ағасының емешеһең,
Ғүмерлеккә һүрелмәһен шәүкәтегеҙ.
Китмәгән бәхет, дәүләт баш, малыңдан,
Сыҡмаған ир-аҙамат иҡбалыңдан.
Донъяң һинең - йәншишмәнең тамсыһындай,
Күпме йортта һыу әсәләр ихсаныңдан.
Дәүләтең бәхетең менән таша бирһен,
Ҡәһәрең дошмандарҙы баҫа бирһен.
Дошманың ҡырҙан өркөп ҡаса бирһен,
Хоҙайым маңлайыңды аса бирһен.
Доға шул Аҡмулланан, солтаныбыҙ,
Эсендә күп йондоҙҙоң Сулпаныбыҙ.
Томағаһы көмөш, тороң193 алтын,
Һиммәтең ҙур һинең, шоңҡарыбыҙ.
Киләһең ата заттан наҡыҫ булмай,
Һиммәтеңә аҡыл ҡеүәт, дәүләтең сай194.
Доға ҡунып, ҡот йоҡҡан бер урын, тип,
Ботаҡҡа оялаған беҙ торомтай.
Йәһәннәм харам булһын этегеҙгә,
Килмәһен дошмандарың битегеҙгә.
Ҡунаҡсыллыҡ өҫтәлеңдән бер йомортҡа
Ташлаһаң, ни була мин - этегеҙгә!
Алмағасҡа оялаған һеҙ бер шаһбаз,
Шаһбаздан ит тәм иткән беҙ ҙә бер таҙ.
Ысын затым һораһағыҙ, мин бисара -
Дәрдмәнд Хәби Хужа ибн-Нияз.