Jump to content

Теләктәр саҡ бешеп еткәндә. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Теләктәр саҡ бешеп еткәндә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә
Ижад итеү ваҡыты: 2010.


Теләктәр саҡ бешеп еткәндә


Теләктәр саҡ бешеп еткәндә,
Аңлағас тормоштоң айышын,
Күңелде миһырбан өткәндә
Күҙәтәм ҡояштың байышын...

Гүйә бер рәшәткә артынан
Баҡмасы, эй рухым, талпынып!
Йөҙөмдән был һырҙар селтәрен
Ташлайым әле бер ҡалҡынып!

Йәшәүҙе тат итеп өлгөрмәй,
Белмәй ҙә нимәгә килгәнде,
Китмәйем, танһығым ҡанмайса,
Кир, әйҙә, Рухым, аҡ елкәнде!..