Jump to content

Тирмәмдә(шиғыр). Салауат Юлаев

From Wikisource
Тирмәмдә. Салауат Юлаев (Шиғыр )
автор Салауат Юлаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-ӨФө"Китап",1996 йыл


Тирмәмдә


 Тирмәм тора көмөш кеүек
 Йылға ярында.
 Хуш еҫле сәскәләр үҫә
 Тирә-яғымда.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
 Ятам тирмәмдә.
 Туғандарым, яҡындарым
 Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
 Асырға ҡуштым.
 Төн буйы тыңланым моңон
 Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
 Булды бөгөн төн.
 Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
 Ошо төндө мин.