Хоҙай биргән өлөшөң
Кәмер-артыр тиһеңме;
Ишектәге бәхетең
Түргә тартыр тиһеңме;
Хаҡтан башҡа дәртеңә
Дарман булыр тиһеңме;
Ваҡыт-ваҡыт булмаһа,
Көн дә йыйын тиһеңме;
Миҙгел булмай, бәхет, дәүләт
Ҡулдан китер тиһеңме;
Миҙгел көнө булғанда,
Әмәл булыр тиһеңме;
Һуғармаған тимерҙән
Булат булыр тиһеңме;
Әҙәм атың юйылып,
Аҙғын ат бөтөр тиһеңме;
Тар ләхеттә мул малың
Юлдаш булыр тиһеңме;
Бер имандан башҡаһы
Моңдаш булыр тиһеңме;
Ярлы булһаң, йән дуҫың
Күҙе күрер тиһеңме;
Күҙе күреп торһа ла,
Күңел бирер тиһеңме;
Аҡҡош ятһа алдыңда,
Атһаң, тейер тиһеңме;
Малһыҙ булһаң, йән дуҫың
Һине һөйөр тиһеңме;
Уҡтан төҙ баҡыр таяҡ
Теҙгә төшөр тиһеңме;
Ишектә торған ғәрибең
Иҫкә төшөр тиһеңме?!.