Тормошонан йәм, эшенән тәм таба
[edit]«Ғүмереңде яңынан ҡабатларға мөмкинлек булһа, берәй нәмәне үҙгәртер инеңме?» тигән һорауға Рая Заһит ҡыҙы бер ниндәй икеләнеүһеҙ «Юҡ!» тип яуап бирҙе. Күптән түгел генә ярты быуатлыҡ матур юбилейын билдәләгән замандашыбыҙ, ысынлап та, тормошонан ҡәнәғәт. Көндәлек хәстәрҙәре маҡсатлы йүнәлештә алға бара, ҡул аҫтында эшләгәндәр менән ярты һүҙҙән уртаҡ тел таба, заман талаптарына яуап бирерлек итеп бергәләп һалған, зауыҡ менән йыһазландырылған йортонда бар йәһәттән дә ныҡлы терәк булған ире ҡатыны өсөн йән атып тора. Ҡыҙҙары Гүзәл ата-әсәһен ейән һәм ейәнсәре менән ҡыуандырһа, улдары Рөстәм быйылғы яҙҙың тәүге көндәрендә уларҙы киленле итергә ниәтләй...
Борай районының хозур тәбиғәтле Яңы Шилек ауылында буй еткергән Рая үҫмер сағынан уҡ тиҫтерҙәренән әүҙемлеге менән айырылып тора. Бындай малайҙарға халыҡта «үтә шуҡ» тиһәләр, ҡыҙҙарға ҡарата «егеттәрҙән бер ҙә айырылмай» тип тә ебәрәләр. Ғаиләләге икенсе бала булараҡ, совет осоронда урындағы колхозда күптәргә өлгө булып, тик маҡталып ҡына эшләгән, шуға өҫтәп өс ҡыҙ һәм өс улға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына баҫтырған атаһы Заһит ағай менән әсәһе Хәлимә апайҙың иң ыңғай сифаттарын үҙенә алған. Улар араһынан егәрлелек, тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһон аңлау кеүектәре Раяны бик иртә үҙ иткән. Тыуған ауылындағы тәүге өс кластан һуң күрше Таңатарҙағы урта мәктәптә яҡшы уҡыу менән бергә ул саҡтағы пионер һәм комсомол күрһәтмәләрен күңел биреп үтәй, йәмәғәт эштәренең уртаһында була. Спортта ла алдынғылыҡты бирмәй, волейбол һәм саңғы буйынса район бәйгеләрендә лә йыш ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, йәшлегенә заманының алдынғы вәкиле булып аяҡ баҫа. Ул ваҡытта бындай әүҙемдәр шау-шыулы тормошло ҡалаға ынтыла ине. Рая ла, тәбиғәт-булмышына буйһоноп, 1984 йылда яҡындағы Нефтекамаға юллана һәм ауыл хужалығы өсөн төрлө тағылма ҡорамалдар етештергән «Башсельмаш» заводында электр арбаһы (электрокар) йөрөтөүсе булып китә. Донъялар шулай һәүетемсә генә дауам итһә, иманым камил, һайлаған хеҙмәт юлында юғары күрһәткестәргә мотлаҡ өлгәшер ине Борай һылыуы...
Уҙған быуат аҙағындағы үҙгәрештәр гөрләп эшләгән заводты пыран-заран килтерә, күптәрҙе ауыр һынау алдына ҡуя. Был ваҡытҡа инде Асҡын егете Рәүил Фәғил улы йөҙөндә яҙмышының яртыһын осратып, ғаилә ҡорған, һөйгәненә ҡыҙ һәм ул бүләк иткән Рая баҙар иҡтисадының ыңғай һәм кире яҡтарын үҙ иңендә һынаусыларҙың тәүге сафында урын ала.
– Балалар аяҡҡа баҫҡансы тип, күптәр өлгөһөндә өҫ һәм аяҡ кейеме һатырға тотондом, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы әңгәмәсем. – Әллә ни ауырлыҡ тойманым. Әҙерәк өйрәнеп алғас, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотондом.
Былай тип әйтеүе генә еңел, әлбиттә. Ирен ҡарау, балаларын тәрбиәләү һәм йорт эштәре менән бергә йәш ҡатын «тимер ат»ты ла йүгәнләй, үҙ машинаһында күрше-тирә район ауылдарынан ҡалалағы сауҙа нөктәләренә ит алып килеп тапшыра башлай. Бында ла әҙерәк шымарғас, ҡасандыр үҙе эшләгән заводтың ташландыҡ бер бүлмәһендә ит ярымфабрикаттары етештереү һәм һатыу цехы асып ебәрә. Бөгөн тиҫтә ярымға яҡын тәжрибәле хеҙмәткәрҙән торған коллектив әҙерләгән төрлө ит фаршын, билмән, манты, кәтлит, голубцы, хинкали һәм шашлыҡ әҙерләмәләрен Нефтекама һәм яҡын ауылдар халҡы ғына түгел, күрше Удмурт Республикаһында йәшәүселәр ҙә бик маҡтап һәм теләп ала. Оло юл буйында урынлашҡан магазинға осраҡлы һуғылыусылар мотлаҡ икенсегә килә. Цех алдан бирелгән заказдар буйынса ла уңышлы эшләй. Көнөнә 300 килограмға ҡәҙәр юғары сифатлы ит продукцияһы һатып алыусы өҫтәленә юллана.
Ҡулын кеҫәһенә тығып йә кабинетта ултырып ҡына етәкселек итеү тигән нәмәне күҙ алдына ла килтермәй милләттәшебеҙ. Иртәнән кискәсә уның төп эш урыны – продукция етештереү цехы. Кәрәк икән – рулгә ултырып, тиҙ генә тейешле ергә елдереп барып килә лә тағы үҙ коллективының дөйөм хеҙмәт ритмына сума. Шулай тормошонан йәм, эшенән тәм табып йәшәй ул. Яҡындары – уның беренсе ярҙамсылары.
Үҙ ҡулы аҫтында эшләүселәр ҙә, яҡын-тирә райондарҙың ит етештереүсе фермерҙары ла, ҡалалағы йүнселдәр ҙә хөрмәт йөҙөнән Рая Нәбиуллинаға «Заһитовна» тип кенә өндәшә. Был үҙе генә лә кеше өсөн үҙенсәлекле һәм оло баһа түгелме ни?!
Ансар НУРЕТДИНОВ.
Нефтекама ҡалаһы.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| |||
|