Jump to content

Тормошсан аҡыл. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Тормошсан аҡыл (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Тормошсан аҡыл


Булды инде... Үбеүеңдән
Иренем бүрткән саҡтар.
Мөхәббәтле хис етмәһә,
Хәтер дәфтәрең аҡтар.

Булды инде... Йәҙрәләй һүҙ
Йөрәкте ярған саҡтар.
Ярһыуың етмәһә, ана,
Хәтер дәфтәрең аҡтар.

Булды, булды... Хыянаттар
Ишек шаҡыған саҡтар.
Илһам ҡанат ҡаҡмаймы ни?
Хәтер дәфтәрең аҡтар.

Күнеп, түҙеп ғүмер үтә.
Була ул төрлө саҡтар.
Тормошсан аҡыл етмәйме?
Хәтер дәфтәрең аҡтар.