Jump to content

Туйҙан һуң. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Туйҙан һуң. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 19.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Туй үтте. Ҡунаҡ таралды.
Бөтәһе лә артта ҡалды:
Ығы-зығы, мәшәҡәттәр,
Тик аяҡтар ғына талды.

Тик арытҡан иҫ китерлек,
Тик тел генә әйләнмәй ҙә,
Тик хәл етмәй эш эшләргә,
Уйҙар уйға бәйләнмәй ҙә…

Туй үтте. Яңы донъяла
Йәштәр яңғыҙ тороп ҡалды.
Тау төшкәндәй яурынымдан,
Тик күңелем туйҙа ҡалды.

Бер-бер артлы кино кеүек
Иҫкә төшә матур мәлдәр:
Тостар, йырҙар, уйын-көлкө,
Көлөп бөтә ине хәлдәр…

Бәхет тулы һәр миҙгеле,
Бәхет - тулы бокал кеүек,
Ҡулдар ҡулда, күҙҙәр-күҙҙә,
Күҙ тейҙереп ҡуйма берүк!

“Әсе!”-тиеп ҡысҡыралар.
Нисек инде әсе булһын!
Күҙ ҡыҙырлыҡ ошо парҙың
Һәр миҙгеле татлы булһын!

Туй үтте. Арыу ҙа үтер.
Мөхәббәт һәм бәхет ҡалыр.
Туй көнөнән ғашиҡ йәндәр
Йәшәү өсөн көс-дәрт алыр.