Jump to content

Тултырма(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Тултырма ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Тултырма


 Һум ит, бауыр, үпкә, ҡарын,
 Һуған, борос һәм һарымһаҡ,
 Ярма ҡушып эсәктәргә
 Тултырыла ҡаҙы һымаҡ.
 Шыплап тултырһаң, ярыла,
 Бер самалап урын ҡалдыр.
 Бешерҙеңме?
 Тәгәрмәсләп
 Киҫкелә лә...
 Йә һоғондор!

 


1993 йыл