Jump to content

Тын даръя. Тамара Искәндәриә

From Wikisource


Тын даръя (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Тын даръя


Күҙҙәреңдән үбеп йоҡлатам,
Күҙҙәреңдән үбеп уятам.
Ғүмер буйҙарына етһә ине
Мөхәббәтем, тиеп уй атам.

Күҙҙәреңдең нуры мин бит ул,
Күҙҙәремдең нуры һин бит ул.
Тамсыһын да ситкә сайпылдырмаҫ
Тын даръяға һөйөү тиң бит ул.