Ниңә дусар иттең мине
Мөхәббәтһеҙ тормошҡа?
Тертләп торған йөрәгемде
Мин асмам һиңә башҡа.
Юғалырмын тулҡынында
Ғүмер ағыштарының.
Ишетмәҫһең ауазын һин
Йөрәк һағыштарының.
Ҡырыҫ, тупаҫ битарафлыҡ
Мин йәшәр мөхит түгел,
Һин ғәскәр башлығы, ә мин
Бер йүләр мөрит түгел!