Һыҡтаймы ни аттар?
Ат йәштәрен
Ҡара төндә күрһә Ай күрә...
Ырыуҙаштың мәкер тоҙағынан
Өнһөҙ йәшен түгә бер түрә.
Ете көндә ете төҫкә инеп,
Ышандырған ғәйбәт, ялаға,
Өйөр башы – аҫау айғырына
Көнсөллөгө килгән ябаға...
Өйөр башы – йөҙгә берәү тыуа,
Тик йөрәге була ҡалҡанһыҙ,
Алдышыуҙы ғына күтәрә алмай,
Йәшәгәнгә үҙе ялғанһыҙ...
Һүҙ әйтергә түгел был айғырға,
Өйөргә бер – йөҙөк ҡашылай,
Өйөр именлеге, уның өсөн
Ҡәҙерлерәк түрә тажынан.
Көмөш төҫлө ебәк ялдарына
Тик сәскәләр генә үрәһе,
Башҡа өйөрҙәр гел көнләшһендәр:
Һай, уңған да, тиеп, түрәһе!
Ә бөгөнгә...
Өйөрҙәштең мәкер тоҙағынан
Өнһөҙ йәшен түгә бер түрә.
Өйөр йоҡлай.
Уның аһ-зарын тик
Ҡара төндә, күрһә, Ай күрә...