Күҙ йәштәрем хәҙер яҡын ғына ,
Сайпылырға әҙер силәктәй,
Һауыты ла йәндең туҙа бара,
Селтәрләнә бара - иләктәй.
Төшөп ҡала һүҙҙәр, таныш йөҙҙәр -
Бүҫкәрә лә бара был һауыт,
Түкмәй-сәсмәй генә һаҡла ине
Ҡымшандырмай хатта ел-дауыл.
Туҙа инде, туҙа, бер хәлең юҡ,
Нимә бар һуң ерҙә - мәңгелек?!
Һауытынан йәнем - дүрт ай кесе,
Ҡалдыра ла тәнде йән элек.
Уны көтә бына - мәңгелек.