Jump to content

Уйланырға, өйрәнергә нигеҙ бар

From Wikisource
Уйланырға, өйрәнергә нигеҙ бар
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2014. Нәшер ителгән: 2014. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Уйланырға, өйрәнергә нигеҙ бар // «Башҡортостан» гәзите, 2014, 21 ноябрь



Уйланырға, өйрәнергә нигеҙ бар

Әүҙем эшмәкәрлеге, үҙенсәлекле фәнни ҡарашы, ғилми хеҙмәттәре менән республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә киң билдәлелек яулай барған философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминевтең киң даирәлә фекер йөрөтөүе һоҡланыу уята. Яңыраҡ ул телефондан Иранға барып ҡайтыуы тураһында хәбәр иткәс, осрашып һөйләшергә тәҡдим иттем. Ғалимдың фекерҙәштәре менән берлектә ҡылған бай йөкмәткеле сәйәхәте тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тәү ҡарашҡа Башҡортостан ме­нән Иран араһында ниндәйҙер бәй­ләнеш бар тип әйтеүе лә ҡыйын. Шуға ла башта сәйәхәтегеҙҙең сәбәп-маҡ­сатын аңлатып китһәгеҙ ине, Закирйән Ғәлимйән улы.

— Ысынлап та, ниндәйҙер бәйлә­неш­тәр тураһында ауыҙ тултырып һөйләргә мин дә әлегә ҡыйынһынам. Шуның өсөн һүҙҙе төптәнерәк, уҙған быуаттың 70-се йылдарынан башлар инем. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән саҡта Иранда “Башакерд” исемле тау теҙмәһе барлығын осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Мине атаманың “башҡорт” һүҙенә яҡынлығы айырыуса ҡыҙыҡһын­дырҙы. (Алғараҡ китеп булһа ла әйтәм: быйыл ул ерҙәргә барғас, теҙмәнең бәшкәрт телендә «Бәшкәрт тауҙары» тип аталғанын махсус асыҡланым. Тауҙың исе­мен һорағас, бәшкәрттәр ғорур рә­үештә: «Куһи Бәшкәрт», – тине. Ҡуһи тау тигәнде аңлата. Тимәк, бер нисә тәржемә арҡаһында картаға тау теҙмәһенең исеме бигүк дөрөҫ яҙылмаған).

Ә теге ваҡытта махсус һатып алған географик картаны өйрәнеү мине бөтөн­ләй аптырашта ҡалдырғайны: Ирандың был провинцияһындағы күп кенә ер-һыу исемдәре башҡорттар йәшәгән төбәктәр­ҙе­кенә ныҡ оҡшаш булып сыҡты. Мәҫә­лән, Баджгер, Бадраг, Байкы, Болгарчай, Каран, Карачай, Карасу, Суран, Урмия, Чокрак, Сонкор һәм башҡалар. Мин өҫтәмә мәғлүмәт эҙләй башланым, ә был ул осорҙа бик тә ауыр мәсьәләгә әйләнде. Хәҙерге кеүек Интернет юҡ, шуға күрә ниндәйҙер яңы белешмә табыуы ҡыйын ине. Әммә уңыш көтмәгәндә йылмайҙы. Ул саҡтағы төп эшем – прокуратура органдары тәфтишсеһе – мәшәҡәттәре ме­нән Урта Азияла йөрөгәндә ҡулыма Советтар Союзынан ситтә көн күргән төркмәндәр тураһында Ашхабадта нәшер ителгән этнографик китап килеп эләкте. Был баҫмала үрҙә телгә алынған тауҙар теҙмәһе һәм унда йәшәгән “баджгирдтар” (әлеге шул тәржемә эҙемтәһе – нәҡ шу­лай бирелгәйне, ә “бәшкәрт” түгел) тура­һында ла хәбәр бар ине. Улар Аф­ғанстан, Пакистан һәм Иранда көн күргән белудж (үҙҙәренсә – балучи) халҡы менән бәйле икән. Төркмән ғалимдары билдәләүенсә, балучиҙар 14 тармаҡтан тора, уларҙың береһе – баджгирд. Күсмә малсылыҡ менән көн иткән балучиҙар XIX быуат аҙаҡтарында Төркмәнстанға үтеп инә баш­лай һәм Иран менән ике арала күсенеп йөрөй. Совет власы нығынып, 1927 йылда дәүләт сиге рәсми бикләнгәс, балучиҙар һәм улар менән бергә булған баджгирдтар ҙа Төркмән ССР-ы биләмә­һен­дә тороп ҡала. Шулай итеп, Совет илендә башҡорттан башҡа ниндәйҙер баджгирд халҡы йәшәгәнен белдем. Был 1983 йыл ине. Аҙаҡтан, күпме генә эҙлә­һәм дә, баджгирдтар тураһында башҡа мәғлүмәт таба алманым. Күрәһең, совет чиновниктары “баш бутамаҫ” өсөн уларҙы балучи тип кенә яҙғандыр. Шулай ҙа, баджгирдтар балучи халҡы менән бергә төркмән этнографтары хеҙмәтендә урын алып ҡалған. Тик был ике халыҡтың да теле төрки телдәргә ят булғанлыҡтан, улар артабан ғалимдар иғтибарынан төшөп ҡалған тип тә фаразларға урын бар.

Балучи халҡы йәшәгән ерҙәр Иран картаһында күрһәтелгән Башакерд тауҙа­ры теҙмәһенә көнсығыштан, Пакистан яғынан, терәлеп үк ята. Баджгирдтар балу­чиҙар менән үҙ-ара тығыҙ аралашып йәшәгән, Төркмәнстанға ла бергә килеп сыҡҡан. Шулай итеп, әйтелгән китап мине мөһим һығымтаға килтерҙе: Иран карта­һындағы тауҙар теҙмәһе унда йәшәгән баджгирд тигән халыҡ исеменә бәйле Башакерд тип аталған икән...

Элекке СССР һәм бөгөнгө Рәсәй ғалимдарының был халыҡ тураһындағы мәғлүмәте юҡ кимәлендә булып сыҡты. Сит илдәрҙә лә баджгирдтар хаҡында бигүк хәбәрҙар түгелдәр икән. Бары тик инглиз ғалимдары улар янында бер нисә тапҡыр (һуңғыһы — 1956 йылда) булған һәм һүҙ барған халыҡты үҙ хеҙмәттә­рендә башкард, ә йәшәгән илдәрен Башкардия тип атаған. Бына шул бадж­гирд-башкард-бәшкәрттәр янына рес­публикабыҙ ғына түгел, барлыҡ Рәсәй ғалимдарынан тәүгеләр булып беҙ барҙыҡ та инде.

— Сәйәхәтегеҙҙең сәбәбен сырамыта башланым шикелле...

— Эйе. Нәҡ бына ошо бәшкәрт халҡы тураһында күберәк белеү теләге сәфәр­гә саҡырҙы ла инде беҙҙе. Ул турала һүҙ­гә күскәнсе ғилми тикшеренеү­ҙәремдең икенсе йүнәлешенә лә туҡтап китеүҙе урынлы һанайым. Әллә ни төпкә төшмәй, шуны ғына әйтәм: башҡорт халыҡ эпостары һәм мифтары менән студент йылдарынан ҡыҙыҡһынып килдем һәм һө­ҙөм­тәлә “Урал батыр” эпосында баш­ҡорт халҡының космогоник ҡарашта­ры” тигән темаға кандидатлыҡ диссер­тация­һын яҡланым. Үҙебеҙҙең эпик әҫәр­ҙәр менән төрки телле башҡа халыҡ­тарҙыҡы араһында бер ниндәй уртаҡлыҡ тапманым. Боронғо замандарҙа беҙҙең яҡтарҙа йәшәгән фин-уғыр халыҡтары­ның был өлкәләге ижады ла бөтөнләй ят булып сыҡты. Ә бына донъя фәнендә киң билдә­ле ғалим Елена Кузьминаның ғилми хеҙмәттәре менән танышыу миңә “Урал батыр” менән Иран эпосы һәм мифтары араһында таң ҡалырлыҡ оҡшашлыҡ табырға ярҙам итте. “Башҡорт мәҙә­ниә­тенең бик боронғо ҡатламы иран мәҙә­ниәте менән тығыҙ бәйләнгән” тигән һығымтаға килгәс, был илгә сәфәр ҡылыу теләге бермә-бер көсәйҙе.

– Эпостар оҡшашлығы тураһын­дағы теманы икенсе һөйләшеүҙә да­уам итербеҙ, бөгөн иһә Иранға сәфә­регеҙгә ныҡлап туҡталайыҡ әле. Ҡаса­ныраҡ, кемдәр менән барҙығыҙ?

– Иранда сентябрь аҙаҡтарында бул­дыҡ. Дөйөм алғанда, 17 көн йөрөп ҡайт­тыҡ, шуларҙың бер аҙна тирәһе бәшкәрт халҡы йәшәгән Хармузган провинция­һындағы Бәшкәрт тауҙары буйында үтте. Ғилми төркөмдә минән тыш тағы ла дүрт ғалим бар ине. Археолог Вячеслав Котов, этнологтар Юлиә Әбсәләмова, Гөлнәзирә Кинйәбаева, тарихсы Азат Әбүбәкиров һәм тел белгесе Зәлифә Әбүбәкирова сәфәргә бик теләп барҙы. Беҙгә иран археологы Самайе Поодат һәм урындағы халыҡтың ирекмәне Әмин Салари ихлас ярҙам күрһәтте. Быға тиклем Башҡорт­останға килеп киткән Әмин сәфәрҙең башынан аҙағынаса беҙҙең менән йөрөнө, бик йылы оҙатып, тағы килергә саҡырып ҡалды.

Әйтергә кәрәк, сәфәр рәсми ғилми экспедиция булманы. Сит илгә һәр беребеҙ фәндең төрлө өлкәләрендәге үҙенең белем даирәһен киңәйтеү маҡсаты менән юлланды. Бағыусылар эҙләмәй, тулы­һын­са үҙ аҡсабыҙға йөрөп ҡайттыҡ. Бер үкенесебеҙ ҙә юҡ: сәйәхәт файҙалы һәм емешле булды.

— Нимәлә сағыла был фекер?

— Мәғлүмәтебеҙ аҙ булғанға күрә, Бәшкәрт тауҙары буйына төҫмөрләп кенә юлландыҡ. Шулай ҙа тәүге сәфәр өсөн бер ҙә аҙ булмаған материал туплауға өлгәштек. Улар бәшкәрт халҡы тураһын­да дөйөм белешмәнән башлап, уларҙың тарихына һәм бөгөнгө көнитмешенә, ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, мәҙәниәтенә ҡағыла.

– Кемдәр һуң улар – бәшкәрттәр?

– Ирандың аҙ һанлы халыҡтарының береһе, илдең көньяҡ-көнсығышында ятҡан Хармузган провинцияһында йәшәйҙәр. Уларҙың иҫәбе бынан 20 йылдар элек 70 мең тирәһе булһа, бөгөн — 100 меңдән ашыуыраҡ. Бәшкәрттәр иран төркөмөнә ҡараған телдә һөйләшә. Антропологик күр­һәткестәр буйынса, оҙон буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәлеләр, тышҡы ҡиәфәттәре менән, фәндәге бүленешкә ярашлы, “Памир-Фирғәнә” тибындағы кешеләргә ҡарайҙар. Беҙҙең менән аралашҡандар араһында Вахит, Надир, Наиб, Риза һәм Хәбиб исемлеләр осраны. Ғаиләләре беҙҙекеләргә оҡшаш, бер нисә ҡатын алыу юҡ. Йорт мәшәҡәттәрен ҡатын-ҡыҙға һәм ир-атҡа бүлеү күренмәне. Футбол яраталар, һәр өйҙә тиерлек донъяға билдәле уйынсыларҙың һүрәттәре эленеп тора.

Ирандар бәшкәрттәрҙе ҡырағай һәм ябыҡ халыҡ тип һанаһа ла, аралашыуҙар барышында беҙ быны тойманыҡ. Шәхси күҙәтеүҙәр нигеҙендә әйтәм: улар – тыныс һәм ғорур, шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл халыҡ. Итле аш бешерәләр, ҡара сәй эсәләр. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандарҙы бөтөнләй күрмәнек. Ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлайҙар, Ислам динен тоталар, ниндәйҙер фанатизм күре­нештәре күҙгә салынманы. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ ябы­на, әммә пәрәнжәлә йөрөмәй. Ҡорбан байрамында зыяратҡа барып, ҡорбан салалар, аят уҡыйҙар. Йола үтәгәндә ҡатын-ҡыҙ бөркө тип аталған битлек кейә.

Фарсы ҡултығында урынлашҡан һәм Ирандың иң ҙур диңгеҙ порты һаналған Бендер-Аббас тигән ҡала — бәшкәрт биләмәләренә иң яҡыны. Унан 70-80 саҡрымдағы 50 меңдән ашыу кеше йәшәгән Минаб ҡалаһы халҡының күпселеген дә бәшкәрт­тәр тәшкил итә.

Рәсәй тураһында беләләр, илебеҙгә ихтирам менән ҡарайҙар. Урал башҡорттары тураһында мәғлүмәттәре бөтөнләй юҡ.

— Улар ниндәй шарттарҙа йәшәй?

— Бәшкәрттәр 10-15 йортло ауылдарҙа көн күрә. Торлаҡтары ныҡлы итеп кирбестән һалын­ған, һәр береһендә һыу үткәргес һәм канализация бар. Әйтеүҙәренсә, йорт төҙөүҙә дәүләт ныҡлап ярҙам итә: мохтаждар процентһыҙ заемдар ала. Заманса төрлө техник ҡорамалдарҙың күплеге күҙгә ташлана: һәр ғаиләлә сит илдә (күберәге — Ҡытайҙа) сыҡҡан еңел машина, мотоцикл һәм скутер, смартфон, айфон... Йорттарға кондиционер мотлаҡ ҡуйыла, бәғзеләрендә ул бер нисә – тәбиғәт шарттары шуны талап итә. Балалар баҡ­саһы һымаҡ учреждение юҡ, кескәйҙәр тейешле йәштән мәжбүри рәүештә мәктәпкә уҡырға йөрөй. Йорттары янында беҙҙең тирмәләрҙе хәтерләткән ҡоролмалар бар, бәшкәрттәр уны кәпәр тип нарыҡ­лай. Шуларҙың береһендә Сталиндың һүрәтен күреү беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды.

— Нимә менән шөғөлләнә бәшкәрттәр?

— Хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың күпселеге ситтә – эре ҡалаларҙа, хатта күрше дәүләттәрҙә эшләй (беҙҙәге вахта ысулы һымағыраҡ). Урында ҡал­ғандар йорттарына яҡын урынлашҡан махсус ҡаралтыларҙа һарыҡ һәм кәзә аҫрай. Ауыл хужа­лығында финикка өҫтөнлөк бирәләр. Һөйләүҙәре буйынса, бәшкәрттәр элегерәк был яҡтарҙа күп булған айыу һәм сыбар ҡапланға һунар иткән, бының өсөн махсус аттар үҫтергән. Бөгөн улар араһында һунарсылар бөтөнләй юҡ, йылҡы тотоу ҙа туҡталған. Шуныһы ҡыҙыҡ: бесәй етерлек осраны, әммә эттәр күренмәне. “Хәҙер мал кәмене, һунарға ла йөрөмәйбеҙ, шуға ла эттәр бөттө”, — тип аңлаттылар.

Халыҡтың тағы ла бер кәсебе — тау ярыҡ­тарына оялаған ҡырағай ҡорттарҙың балын йыйыу. Уны тәмләп ҡараныҡ: беҙҙекенән әсерәк, кәрәҙҙәре лә икенсе төрлө. Күстәнәскә алып бар­ған башҡорт балын бигүк оҡшатманылар, үҙҙәренеке яҡшыраҡ булыуы хаҡында туранан-тура әйттеләр.

– Күргән-белгәндәрегеҙгә тәүге ғилми баһа ниндәйерәк?

— Йыйылған мәғлүмәттәр киләсәктә тулыһынса тикшереләсәк, баһаланасаҡ, сөнки улар фәндең бер нисә өлкәһенә ҡарай. Хеҙмәттәштәрҙең ғилми даирәләренә бик ныҡ ҡағылмай ғына, үҙемдең бер нисә шәхси фекеремде әйтеп китә алам. Алда билдәләнеүенсә, бәшкәрттәр беҙҙең турала бөтөнләй хәбәрҙар түгел. Уларҙың атамаһының нимә аңлатҡанын, ҡайҙан килеп сыҡҡанын беҙгә бер кем дә төшөндөрә алманы. Башҡорт ырыуҙары исемдәрен һанап сыҡтыҡ, улар бәш­кәрттәрҙә юҡ. Әңгәмәселәребеҙ бары ата-бабала­рының боронғо замандарҙа күсенеп йөрөгән халыҡ булғанына ныҡлап ишараланы. “Бәшкәрт” һәм “башҡорт” атамаһы икеһе бер тамырҙанмы? Ике милләт араһында ниндәйҙер бәйләнеш бул­ғанмы? Бар икән, ҡайһы биләмәләрҙә? Ошоноң кеүек һорауҙар әлегә тулыһынса асыҡ ҡалды.

Шул уҡ ваҡытта иғтибарҙы йәлеп иткән оҡшашлыҡтар ҙа табылды. Мәҫәлән, бәшкәрттәргә “Урал батыр” эпосының персонаждары хаҡында әйткәндә “Шүлгән” тигәс, улар шундуҡ: “Шүл” – һул яҡ”, — тип белдерҙе. “Зәрҡүм” иран телендә “арыҫлан” тигәнде аңлата, мәғәнәһе күк менән бәйле икән. Хәҙерге башҡорт теле күҙлегенән сығып, мәғәнәләрен аныҡ ҡына аңлатып булмаған Ҡәхҡәһә, Әзрәкә, Ҡатил, Самрау, Һомай кеүек исемдәр ҙә үҙ эпостары булмаған бәшкәрттәргә тулыһынса таныш.

Уларҙа “нәй” тип аталған (инде юғала барған) музыка ҡоралы бар, уның моңо ҡурайҙыҡына тартым. Беҙҙең ҡыл ҡумыҙҙы хәтерләткән “гыджак” тигән ҡыллы музыка ҡоралы иһә формаһы һәм атамаһы яғынан да, уйнау ысулы менән дә төркмән халыҡ музыка ҡоралын ҡабатлай.

Бәшкәрт һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының би­ҙәнеү әйберҙәре бер-береһенә ныҡ оҡшаш булып сыҡты.

Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә туҡталырға теләйем: ул халҡыбыҙҙың “Ҡабырсаҡ” тигән бейеүенә ҡағыла. Белгән кеүек тигәндәй, сәфәр алдынан арҙаҡлы ҡурайсы һәм танылған тележурналист Юлай Ғәйнетдиновтан “Хазина” тапшырыу­ҙа­рының бер нисәһенең тулы яҙмаһын алғайным. Башҡорт халыҡ бейеүҙәренә һәм уларҙы башҡа­рыусыларға бағышланғандарын беҙҙең менән аралашҡандарға күрһәттек. Алда телгә алынған Әмин Салари (әсәһе яғынан — бәшкәрт) “Ҡабыр­саҡ”тағы тән хәрәкәттәрен шундуҡ таныны һәм “ынйы (жемчуг) алырға диңгеҙгә шулай сумалар” тип аңлатты. Уның әйтеүенсә, Һиндостан яғын­дараҡ йәшәгән халыҡтарҙа ла шуға оҡшаш бейеү бар икән. Шулай итеп, башҡорттоң был сәхнә әҫәре һәм уның исеме хаҡында бер ни белмәгән әңгәмәсебеҙ бейеүҙә һүрәтләнгән күренештең дөйөм мәғәнәһен тулыһынса аңлатып бирҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, Уралда йәшәгән башҡорттар “Ҡабырсаҡ”тың ошо мәғәнәһен тулы килеш ҙур ҡыйынлыҡ менән күҙ алдына баҫтыра, уны матур һәм нәфис хәрәкәттәргә бай сәхнә әҫәре итеп кенә ҡабул итә. Фәндә билдәләнеүенсә, бейеүҙе тарихи күҙлектән өйрәнеү халыҡтың үткәне һәм боронғо эшмәкәрлеге хаҡында ғына түгел, хатта был мә­ҙәниәт өлгөһөнөң ҡайҙа килеп сыҡҡаны тураһында бай мәғлүмәт биреүе ихтимал. Шулай булғас, ысынлап та, уйланырға һәм тикшерергә нигеҙ бар.

– Киләсәккә ниәттәрегеҙ ниндәй? Иранға тағы ла юлланырға теләк юҡмы?

– Бәшкәрттәр янына тағы ла барырға кәрәк. Бер йылданмы, ике йылданмы – ғилми сәфәр мотлаҡ ҡабатланырға тейеш. Был йәһәттән тәү сиратта беҙ алып ҡайтҡан мәғлүмәттәрҙең ғилми күҙлектән дөрөҫ һәм аныҡ баһаланыуын теләр инем. Ул саҡта фәнни тикшеренеү офоҡтары ла һиҙелерлек киңәйер тип уйлайым. Икенсенән, заманса техно­логияларҙы, сит телдәрҙе яҡшы белгән йәш ға­лимдарға ҙур өмөт бағлайым. Ниндәй фән өлкәһендә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ­ҙың бай һәм күп яҡлы тарихына ҡағылған ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тикшереүҙә әүҙемерәк булһын ине улар. Ниәттәргә килгәндә инде – алып ҡайтҡан материалдарҙы төптәнерәк өйрәнеү, артабан эҙләнеү.

— Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа тик уңыш­тар юлдаш булһын, Закирйән Ғәлимйән улы! Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.