Урттарымда тулай ғәжәп бер һүҙ, Күҙҙәремдән бәрә ҡурғаш ҡуҙ. Һәр керпегем һайын суҡ-суҡ булып Аҫылына шунан аҡыҡ боҙ. Шып-шым ғына йөрөй бирәм үҙем, Сәғәт теле һымаҡ кетелдәп. Ҡолағымды ҡуйып ерҙе тыңлап, Әллә нимә көтәм төпкөлдән.