Jump to content

Уҡыным ҡан йотоп... М.Аҡмулла

From Wikisource
Уҡыным ҡан йотоп...
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Уҡыным ҡан йотоп...


Уҡыным ҡан йотоп ҡайғы китабын...

Мөдәрристәр кеүек, гүйә, ни булдым?

Ни эшләйем, ни ҡылайым был хәлемдән -

Был донъяла ғәжәп әсфәл242 мин булдым.

Әзәлдең243 катибе244 яҙған икәндер,

Шуның осон дәрд илә245 диуана булдым.

Минән ник һорайһығыҙ - хәлем ҡыйын,

Күп яфа тарта-тарта, киткән көйөм.

Һарғайып тар ерҙәрҙә вайым менән,

Оҡшайҙыр тау солтанға минең мейем.



Аңлатмалар

242 Әсфәл (ғ.) - әшәке, түбән. 243 Әзәл (ғ.) - мәңгелек. 244 Катиб (ғ.) - яҙыусы, секретарь. 245 Дәрд илә (ф. -т.) - ауырыу менән, ауырыуҙан.

Иҫкәрмәләр