2-се өлөш
Мин үҙем бер дәрдмәнд диуанамын,
Ҡайҙа бер тәхҡиҡ күрһәм, ҡыуанамын.
Был затта ғәжәп тәхҡиҡ күргәндән һуң,
Ихтыярһыҙ шул сәбәптән йыуанамын.
Мин — бер арыҡ бүреләй елеп йөрөгән,
Ҡуян, ҡарһаҡ төлкө еҫен һиҙеп йөрөгән.
Берәүе ҡулға төшһә, бере төшмәй,
Арыҡ, аҡһаҡ, уңай килһә, эйелеп йөрөгән.
Мәжлесенә ҡарай ғына ғауғабыҙ бар,
Ҡоҙоғона ҡарай ғына ҡауғабыҙ19 бар.
Эрбет менән Мәкәрйәгә сама ҡайҙа -
Баҙарына ҡарай ғына сауҙабыҙ бар.
Бәхетебеҙ асылмаған беҙ бер фәҡир,
Абруйым артыҡ юҡ, эшем таҡыр.
Йәштән йыйған бер быуаҙ мәжмүғәм бар,
Уның да бәғзе ере ҡаҡыр-маҡыр.
Ул заман китап ҡайҙа был замандай,
Йороймон тәрән ерҙән һыу ала алмай.
Берәй шәрик20 ҡалын китап тотоп торһа,
Ҡыҙығып, мин фәҡирҙең күҙ аландай.
Үгәй әсә ҡулында етем ҡалдым,
Унан да бик рәтем китеп ҡалдым.
Әҫтәмдә керле күлдәк, йыртыҡ ыштан,
Ҡайҙа мулла бар тиһә, етеп барҙым.
Фәҡирлектән артыҡ фән күрә алманыҡ,
Шәһәр сығып, алыҫ яҡҡа йорә алманыҡ.
Мәргәндәрҙе танырлыҡ хәлебеҙ бар,
Шул сәбәптән сабыр ҡылып тора алманыҡ
Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытта,
Китап ҡарау — ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта.
Беҙҙән дә белем ишеге бикләнгән юҡ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта.
|
|
Аңлатмалар
Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.
Иҫкәрмәләр