Осоноп-осоноп, өҙөлөп-өҙөлөп, Ашҡынып шатлыҡ көтәм. Инде, әй хәсрәт ләғиндәр, Һеҙгә ҡурҡаҡлыҡ көтәм. Инде бик күптән тамыр йәйгән Йөрәктең аһтары, Аһтарымдың ҡып-ҡыҙыл Уттан яралған япрағы, — Һәммәһе ҡороһон, етәр, Күкрәккә уттар таммаһын, Тамған ут һүнһен, етәр, Инде йәһәннәм янмаһын!..