Jump to content

Шешә. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Шешә. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.04.2014.. Нәшер ителгән: 12.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бер көн шулай, сүпкә ҡалмаһын, тип
Йыйыштырҙым пластик буш шешә:
Беҙгә, һыйыр һауған кешеләргә,
Һөт ҡойорға ифрат килешә!

Килгән-киткәнем күп, һәр беренә
Һөт-ҡатығын бирәм мул итеп.
Көтмәгәйнем бары шешә өсөн
Яҡын кешем минән көлөр тип.

“Шул да булғанмы мал, ана миндә
Ярты гараж ята өйөлөп…”-
Миндә – ятмай. Минән буш шешәләр
Китеп тора тулып, теҙелеп.

Нисек итеп аңлатайым инде
Шешә үҙе байлыҡ түгел, тип?
Уның үҙенең дә алғаны бар
Күстәнәскә һөттө мул итеп.

Уйлап торам: үпкәләргә микән?
Эй, ҡуй сәле, кәйеф төшөрөп!
…Ул һөт тейәп минән ҡайтып китте,
Күңел генә ҡалды өшөнөп.