Jump to content

Шиғриәткә ғашиҡмын. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Шиғриәткә ғашиҡмын. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2010.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Шағир тигән исем күтәрмәнем,
Тик үҙемде белә-белгәндән
Шиғыр яҙҙым. Үҙем өсөн яҙҙым.
Һирәк яҙҙым. Ярһыу күңелдән

Илай-илай яҙҙым. Йырлай-йырлай,
Гөрләй-гөрләй, йәки дөрләй-дөрләй,
Ерҙе тырнай-тырнай…
                    Тик шым ғына
Исем өсөн шиғыр яҙманым.

Мин яҙманым шиғыр асыуланып,
Нәфрәтләнеп, рәнйеп донъяға,
Мин яҙманым, әгәр боғаҙымдан
Шиғыр үҙе килеп алмаһа.

Өс тингә торошло фекер менән,
Өс һум һорап, һатыу итмәнем,
Шиғырҙарым донъя күрһәләр ҙә,
Маҡтау-данға өмөт тимәнем.

Таҙа күңел, тыныс намыҫ менән,
Үҙ эшемде эшләп йәшәнем.
Шағир тигән исем алмаһам да,
Шиғриәткә ғашиҡ кеше мин.