Jump to content

Шиғыр китте. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Шиғыр китте (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Шиғыр китте


Шиғыр китте.
Йәнем,
Шиғыр үлде.
Ҡәһҡәһәләй,
Бушлыҡ
Һығылып көлдө,
Таратҡанда елдәр
Ҡайнар көлдө -
Янып ҡына бөткән
Шиғри түлде...

Шиғыр китте.
Йәнем,
Шиғыр күнде -
Онотор ул
Тулҡын ҡаҡҡан көндө,
Ҡомло ярҙа
Сәнскәк ҡалҡҡан инде,
Һөйөүеңә
Өмөт һүнде,
Дүнде.