Jump to content

Эттәр һәм кешеләр. Ғибрәтнәмә. Гөлнур Яҡупова.

From Wikisource
Эттәр һәм кешеләр. Ғибрәтнәмә. Гөлнур Яҡупова (Новелла)
автор Гөлнур Яҡупова
.Нәшер ителгән: 2013 йыл. Сығанаҡ: «Шоңҡар» журналы,2013-2014


Эттәр һәм кешеләр. Ғибрәтнамә


                        1. К Ү Ҙ Ҙ Ә Р
             
Сыңғыҙ Әхәтович, байтаҡ йылдар ҡала прокуратураһында тәфтишсе булып эшләгән дәүерендә төрлө хәл-ваҡиғаларҙы күп күргән, әле утҡа, әле һыуға ташлап сыныҡтырылған тимерҙәй бешеккән ир, һуңғы араларҙа үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнде. Хәйер, уның был үрһәләнеүҙәре тышҡа бәреп сыҡманы, кеше күҙенә салынманы, ә эсендә, күңелендә йоҙаҡланды: булмышы шундай, һөнәре лә шулай ғәҙәтләндергән.
Йәкшәмбе көн. Ғәҙәттә аяҡ тауышы тынмаған прокуратура коридорҙары шымып ҡалған. Иртәгә Сыңғыҙ Әхәтович үҙ ғүмерендәге иң ғибрәтле енәйәт эшен («дело»тип русса атарға күнегелгән), судҡа йүнәлтер алдынан раҫлап ҡул ҡуйҙыртыр өсөн прокурор өҫтәленә индереп һаласаҡ. Тикшерәһе тикшерелгән, теркәләһе теркәлгән, ғәйепләү һығымтаһы кире ҡаҡҡыһыҙ итеп дәлилләнгән. Нимә тип килеп ултырҙы инде бөгөн бында, ял итмәй?
Сейфын асып, өҫтәленә әллә нисә том итеп тегеп төпләнгән «дело»ны сығарып ҡуйҙы. Асып ҡарарҙан, яңынан күҙҙән йә хәтерҙән үткәрерҙән дә түгел, ә йәненә тынғы бирмәгән тойғоларҙан нисек арынырға белмәүҙән. Ҡот осҡос ваҡиғалар һаман башынан сыҡмай, аҡылы танығанды, йөрәге ҡабул итмәй ҡаршылаша: әҙәм ышанмаҫлыҡ!
 Ары-бире йөрөндө. Тирә-йүнде солғап алған тынлыҡта юрамал кинәнеп шығырлаған һымаҡ бынау иҙәне лә. Ишек ҡырындағы күн диванға йүнәлде, ыңғайында тышҡа күҙ һалып үтте, ихатала темеҫкенеп йөрөгән эткә иғтибар итте лә ирекһеҙҙән көрһөнөп ҡуйҙы. Эт тә уны шәйләне булыр, туҡтап бер арый мөлдөрәп ҡарап торҙо. Мәхлүктең зарлы ҡарашына башҡа бер ваҡытта фәһем бирмәҫ тә ине, моғайын, ә бөгөн тертләп ҡуйҙы, ҡырҡа боролоп өҫтәл янына килде, тағы тертләне: әйтерһең, «дело»нан да уға инәлесле күҙҙәр баға... Папкаларҙы асырҙай, тағы бер аҡтарып ҡарап сығырҙай булды ла кире уйланы. Ни фәтүә?! Диванға барып ултырҙы, ахырҙа һуҙылып төшөп ятты, түшәмгә текләне. Унда саҡ ҡына йәмшәйеп күренгән һары тапты шәйләне. Яңыраҡ Азаматов килгәйне, шампан шешәһе тотоп, асҡанда бөкөһө ырғығайны, шуның касафаты. Ә Азаматов ул заманында Сыңғыҙ Әхәтовичты эшкә өйрәткән кеше. Хәҙер пенсияла. Барыбер, йыш ҡына ингеләп йөрөй бында. Шуға иғтибар итте Сыңғыҙ Әхәтович: ҡарт, үҙе әйтмешләй, юл айҡан ғына һуғыла элекке эш урынына, әммә тап шул ваҡытта ҡалала халыҡ теленә инерлек, хоҡуҡ һаҡлау органдарын тотош аяҡҡа баҫтырырлыҡ енәйәт ҡылынған була. Юҡҡа ғына таҡмағандар уға «тәфтиш бүреһе» тигән ҡушаматты. Анау, бынан ике ай элек, килеүендә лә: «Яңы йыл алдынан ҡулыңды ҡыҫып сығырға ине ниәт», – тигән була, ә үҙенең ҡылыс йөҙө һымаҡ үткер һәм һалҡын, енәйәтсенең елегенә үтеп дер ҡалтырата торған ҡарашы иһә – ул саҡта асылып ҡына торған әлеге «дело» хаҡында хәбәрҙәр икәненә ап-асыҡ ишара. Белә икән: «Агентурам тик ятмай», – тип кенә ҡуйҙы. Төпсөндө, ара-тирә, ғәҙәтенсә, сәнсә бармағын, кемгәлер янағандай, һелккеләп, ыңғайына: «Сәрт... сәрт!» – тип ултырҙы ла, әлеге бармағын ҡапыл юғары күтәрҙе һәм шул килеш ашығып сығып китте. Эҙгә төштө булыр, тип уйлап ҡалды остазының холҡон яҡшы белгән Сыңғыҙ Әхәтович.
Күҙҙәре йәнә түшәмдәге һары тапҡа текәлде. Ҡарай торғас, ул тап гүйә ҙурая, ҡалыная башланы... Өҫтәлдә том-том ятҡан папкаларҙағы факттар: һорау алыу, экспертиза һөҙөмтәләре, фотолар, шаһитнамәләр һәм башҡа иҫбатламалар тәфтишсенең хәтерендә лә «тегелгән»дәһә, ана шулар, әйтерһең дә, күҙ алдында пәйҙә булып тауыш бирергә, хәрәкәт итергә тотондо...
                         ***
  Ни өсөндөр, хәтер кәртләнсеге башта иң төптә ятҡан күптәнге бер ваҡиғаны ҡаҙып сығарҙы. Сыңғыҙ Әхәтовичтың прокурутарала практика үтеп йөрөгән сағы. Телефон шылтыраны. Азаматов: «Выезжаю! Ребенок?! Свидетели? Судмедэксперт?.. – тип, шәп-шәп русса һөйләште лә, трубканы һалыр-һалмаҫтан, уға өндәште: “Практикант, әйҙә, эйәр, боевое крещение үтәһең бөгөн!”
 Ике ҡатлы йорт алдында байтаҡ халыҡ йыйылған, үҙ-ара: “Мылтыҡ... Ҡатынын атҡан...”– тип шыбырлашалар. Ул саҡта кешеләр, бер-бер хәл була ҡалһа әлеге ише ярыҡ-йороҡҡа йәшенгән тараҡандар шикелле ҡасып-боҫоп бөтмәй, ә күргән-ишеткәнен әүәҫ һөйләп бирә, теләктәшлек күрһәтә ине.
Азаматовты милиция сержанты ҡаршы алды, практикант уларға эйәреп фажиғә булған бүлмәгә инде. Һәм ишек төбөндә шаҡ ҡатты. Бағаналай ҡатты. Күҙҙәре өнһөҙ шаһитлыҡ ҡылып тирә-йүнде байҡаны. Сержант карауатта ятҡан мәйеткә ябылған ҡанға мансылған простыняны асты. Меҫкен ҡатындың ярты башы юҡ. Бер толомо күкрәгендә һуҙылып ята, икенсеһе карауат башында һәленеп тора, түбә ҡапҡасының яртыһы ла шунда... Сыңғыҙҙың күҙ ҡарашы шалт-шолт килеп бүлмәне төшөргән эксперттың фотоаппараты ыңғайына стенаға күсте. Унда ҡан һәм әллә ниндәй һорғолт киҫәксәләр йәбешеп ҡатҡайны. Мейеһе бисара ҡатындың, мейеһе!? Был уй уның быуынын бәлтерәтте, башы әйләнде, ашҡаҙаны алҡымына килде. Уҡшып, борхотоп ҡоҫоп ебәрҙе. Ҡулъяулығын сығара һалып ауыҙын һөрттө, бүлмәләгеләргә күҙ һалды. Берәү ҙә уға аптырап ҡарап тормай ине. Милиция вәкилдәре, Азаматов, шаһиттар... Тыныслана төштө. Эсендә оялаған имәнес тойғо ҡоҫҡолоҡ менән тышҡа сыҡҡас, хәле еңелләште. Мәлйерәгән зиһене ҡыймырланы. Тәненә иҫ йүгерҙе. Өр-яңы папкаға практикаға тип асҡан зәңгәр тышлы ҡалын дәфтәрен һалып алғайны, шунда нимәлер яҙып ҡуйҙы.
Прокуратураға әйләнеп ҡайтҡас, яҙғанын асып уҡыны: «Ошонан да яманыраҡ йыртҡыслыҡ юҡтыр?! Булмаҫ!» – тигән икән. Үҙ ҡулын үҙе таныманы, почеркы ят һымаҡ күренде.
Азаматов ул көндө практикантына ҡарата оторо ҡырыҫ ҡыланды. Башта ҡаты итеп әрләне. Күрмәнеңме ни, һинең тиҫтерең сержант бер ҙә ебеп төшмәне, – тине лә, йомшағыраҡ итеп өҫтәп ҡуйҙы: – армияла булған ул, ә һин...
Шул тамамланмай ҡалған һөйләм оҙаҡ иҫенән сыҡмай йөрөнө: уға нимә тип әйтергә уйланы икән талапсан остазы? Телмәрендә «бешмәгән, һары томшоҡ, соҡор елкә, слабак, балласт» һәм башҡа башҡортса-урыҫса тоҙло-боросло һүҙҙәр тулып ята ине ятыуға. Әй, ни тиһә лә таман булған ул саҡта! Уның ҡарауы, үҙе ҡушҡанды үтәгәс, енәйәт урынында нимә күргәнен-ишеткәнен теҙеп яҙырға ҡушҡайны, маҡтаны: «Күҙәтеүсәнлегең бар, сәрт! – тине, – айырым деталдәрҙән фабула ҡорорға, тотош картинаны күҙалларға өйрәнһәң генә һинән йүнле тәфтишсе сығасаҡ, шуны онотма».
Эйе ул енәйәттең “картинаһын” Сыңғыҙ Әхәтович әле лә, егерме йылдан ашыу ваҡыт үткәс тә, яҡшы хәтерләй.
  ...Ҡалаға терәлеп торған районда егерь булып эшләгән бер ир көн буйына биләмәләрен ҡарап йөрөп, арып-талып өйөнә ҡайта. Асыуы ҡабарған, тамағы ас. Бер тейенде атып алмаҡ була, һыртына тейҙереп, тиреһен боҙғас, ырғытып китә. Тейендең күҙенә генә ата ла бит мәргән һунарсы! Юлда, етмәһә, кемдер ҡуян-фәләнгә тип ҡуйған ҡапҡанға ҡаба яҙа. Ерҙе ябыр-япмаҫ ҡына көрпәк ҡар яуған да, тайып китмәйем, тип таяҡ тотҡан була ярай ҙа, шул таяғы эләгә ҡапҡанға. Ҡайтып инһә, ҡатыны ашарына бешереп ҡуймаған. Өлгөрмәгән. Имсәк балаһын һыу ҡойондороп маташа, ҡасан биләй бәпесен, ҡасан ҡаҙан аса әле... Ир, мылтығын сөйгә элә лә боролоп сығып китә. Һөйәркәһенә барып тамаҡ туйҙырыу, кәйеф-сафа ҡороу ниәте менән. Магазинға инеп араҡы ала, ҡалғаны һөйәркәһендә гелән мул була – ашханала эшләй. Барып етеп ишек ҡаға, тауыш-тын ишетелмәй. Бик ныҡ дөбөрҙәткәс, асалар. Ишек буйы булып бер ят ир пәйҙә була: «Мужик, һиңә кем кәрәк?» Һөйәркәһенең: «Һине көтөп күпме ғүмерҙе заяға уҙғарҙым, берәү ҡармаҡ һалып маташа, шуға барам да ҡуям», – тигәне ысын, имеш...
Үҙ фатирына кире ҡайтып ингәнсе, ярты төн етә. Ҡатыны уның шулай сығып китеүенә күнеп бөткән, тиҙ үк әйләнеп ҡайтыр, тип уйламағандыр инде, аш һалып тормаған, бутҡа ғына бешергән, уныһы ла һыуынған. Шуны бер аҙ ҡапҡылап, ир стаканға аштыра тултырып араҡы ҡоя ла ғоңҡолдатып эсә. Төпкә бүлмәгә, ҡатыны менән балаһы янына, инеп тормай, үтеп-һүтеп йөрөй торған яҡтағы әрһеҙ диванға барып ята. Көндөҙ үк ҡабарған асыуы баҫылмаған, йөрәге ярһыған. Сөйҙә эленеп торған яһаулы мылтыҡ уны үсекләгән кеүек күренә. Теге тейендең тиреһен боҙғас, мылтығын ергә һалып тапағайны, шуға мыҫҡыллай микән? Ир һикереп тороп мылтыҡты сөйҙән ала. Башы һуҡҡан яҡҡа атлай. Башы кухня яғына һуға. Ә унда өҫтәл түрендә араҡы шешәһе ҡуҡырайып ултыра. Бер мәлгә ир уны яланғас бисәгә оҡшатып ҡуя, ҡомһоҙланып шыма муйынынан барып тота. Тағы стакан тултырып араҡы эсә. Күҙ алдары томалана. Мылтығын һөйрәп төпкө бүлмәгә йүнәлә. Ҡатыны әлеге лә баяғы бала менән мәшғүл, уныһы тәз-төз килеп илаған ише итә. Бер ҡайғылары юҡ быларҙың! Ашайҙар ҙа йоҡлайҙар. Ә ул көнө буйы эшләп, арманһыҙ булды. Хурланды. Ҡарынында бүре олой. Күҙе аларған ирен күреп ҡото осҡан ҡатыны биләүле бәпесен ҡосаҡлап карауатка менеп баҫа, мөйөшкә һырлыға: ә уныһына ҡатыны баянан бирле теге тейен һымаҡ күренә. Тоҫҡағансы тик тормай, һикерәнләп һикерәнләй, ҡәһәрең. Юҡ инде, ҡасып ҡотолоу юҡ һиңә! Маңлайыңа ғына сәпәйем!
Ҡолаҡ тондорғос шартлау ҡапыл ирҙе айнытып ебәргәндәй итә, әммә хәүеф тойғоһо уның башында ҡара болотто телгән йәшендәй ялтырай ҙа һүнә. «Тейен» бейектән ауып төшә, ҡулындағы бәпәйе тубырсыҡ шикелле ситкә тәгәрәй. Ир ҙә гөрҫ итеп иҙәнгә һуҙылып ята. Ул аяҡ аҫтындағы төргәктәге йән эйәһенең тәзелдәүен дә ишетмәй – дөм иҫерек йоҡлай...

                         ***
Сыңғыҙ Әхәтович күн дивандан ҡалҡынды ла ни өсөндөр оҙаҡ итеп ятҡан урынына ҡарап торҙо. Ялпашыбыраҡ ҡалған диван яйлап ҡына ҡабарҙы, тигеҙләнде. Сыңғыҙ Әхәтовичтың да күңеленә әҙме-күпме һиллек урынлашты. Өҫтәленең аҫҡы тартмаһын асты, иң төптә ятҡан күптәнге зәңгәр тышлы ҡалын дәфтәрен һәрмәп алды. Беренсе битен асып күҙ йүгертте: “Ошонан да яманыраҡ йыртҡыслыҡ юҡтыр?! Булмаҫ!” Был инде – архив. Уны төҙәтеп булмай. Ҡайта-ҡайта уйлауҙан да файҙа юҡ кеүек. Шулай ҙа, ул элекке яҙмаларын (көндәлеккә тартым улар) йыш ҡына ҡуҙғата, уҡый, хатта бәғзе бер саҡта үҙгәрткеләп тә ҡуя: нимәнелер өҫтәй, һыҙып та ырғытҡылай. Сөнки, ваҡыт үтеү менән, бер үк ваҡиғаға икенсе төрлө ҡарауың да ихтимал. Ә тәүге дәфтәрҙәге тәүге яҙыу һаман шул көйө ҡала килде. Бөгөн иһә тәфтишсе уны юйып ташларға, үҙгәртергә уҡталды. Юйманы, үҙгәртәмәне. Тәғәйен һүҙен тапманы. Сараһыҙҙан шунда ҙур итеп һорау билдәһе ҡуйҙы ла дәфтәрен тағы аҫҡы тартмаға тығып ҡуйҙы.
   Сыңғыҙ Әхәтович кабинетының тотош бер стенаһын биләп торған ҙур тәҙрә эргәһенә килеп баҫты. Ҡар яуа икән. Март башы. Ҡыш буйына ҡаланың керен үҙенә алып ҡарайған көрттәргә, әйтерһең, ап-аҡ селтәр ябыла. Селтәр күктән һәлмәк кенә һуҙылып төшә. Бына ул ҡапыл өҙөлдө лә ҡаршылығы йорттар күренде, арыраҡ юлда туҡтауһыҙ йөрөп ятҡан машиналар шәйләнде. Ҡайҙалыр аҙашып ҡалған ике ҡар бөртөгө тәҙрә алдында өйөрөлдө өйөрөлдө лә, күҙәтеп торған кешенең керпегенә килеп ҡунмаҡ булды, ахырыһы. Килеп сыҡманы, быялаға йәбешеп тороп ҡалдылар. Сыңғыҙ Әхәтович туп-тура шул ике бөртөккә текләне. Улар ҙа гүйә, уға ҡараны, иланы, күҙ ҡаралары иреп аҡты... Тағы күҙҙәр, зарлы күҙҙәр...
                         
Юҡ, тиҙ генә арынып, мейеңдән һыҙып ырғытып булмай шул әлеге «дело»ны. Унда теркәлгән хәлдәр, кино кадрҙары кеүек алға теҙелеп баҫа, тәьҫорат-кисерештәр йәнде айҡай. Иң башта шаһитнамәләр исемлегендә беренсе торған Мәҡсүт Ҡырымғужин телгә килә. Сыңғыҙ Әхәтович уның ҡарасман йөҙөн, ҡалын ялбыр ҡаштарын, ике тубығына ҡуйған көрәктәй ҙур ҡулдарын күрә, борма-борма итеп һөйләгән хәбәренең асылына төшөргә, кәрәк кенәһен эләктерергә тырыша. Һәм остазы Азаматов өйрәткәнсә, фабула ҡора. Ыңғайына, «сәрт!» тип әйтә яҙа бәғзе урында. Әйткәндәй, «тәфтиш бүреһе»нең был һүҙен прокуратурала бик һирәк коллегалары ғына ҡабатламайҙыр. Практикантына ул башта уҡ аңлатып ҡуйғайны: һәр енәйәт эше, енәйәтсе үҙе лә – сәтләүек кеүек, тыштан ғына күрәһең башта, эстә нимә – самалайһың... Бәғзе сәтләүекте ярам тип тешеңде һындырыуың бар! Ҡорал кәрәк, ә ҡоралың нимә – белем, тәжрибә, интуиция, факттарҙы туплай, анализлай, сағыштыра белеү. Ҡоралың мәргән, үткер булһамы – сәрт итеп асыла сәтләүегең! (Сейфта ятҡан «дело»лағы енәйәт сәрт кенә асылманы. Дүрт йыл тиерлек “висяк” булып аҫылынып торҙо ул.)
...Мәҡсүт үҙенә бик йәпле кәсеп тапты: йәй үк күмәртәләп ташкүмер һатып ала ла, көҙөн шуның менән сауҙа итә. Хәҙер ҡала ситендә айырым йорт һалып йәшәүселәр, дачаһында ҡыш сығыусылар күбәйҙе – шулар ала ташкүмерҙе. Әлдә анау осор сосайып ҡалды үҙе. Бер туған ағаһы колхоз рәйесе ине, хужалығы көрсөккә терәлде лә, барлы-юҡлы техникаһын һатып бөтөп, фермаларын әллә кемгә арендаға биреп, ҡалаға күсеп килде. Үҙе лә ҡоро ҡалманы ағай кеше, ҡустыһына ла өлөш сығарҙы, әллә ни күп тә йөрөмәгән самосвалды инселәне. Изгелеген күрә генә ул машинаның Мәҡсүт. Әле лә ташкүмер тейәп берәүҙәргә китеп барышы. Йорттары күркәм уларының. Аҫҡы ҡаты кирбес, өҫтө – ҡарағай бурама. Подвалдары ла бар. Икәүҙән-икәү алпауыттай йәшәп яталар. Баҡсалары шәп. Былтырмы әле, сентябрь уртаһында килтереп ауҙарғайны ташкүмерен, алмағастарын күреп һушы китте – алмаларын саҡ күтәреп ултыралар. Һаталарҙыр инде. Ә һарандар ҡайһылай, шунда бер-ике алма ла өҙөп бирмәйҙәр.
Ана ул йорт. Хужабикә ишек алдына уҡ сығып көтөп тора. Хужа күренмәй, күпселек уның менән эш итә торғайны. Мәҡсүт машинаһын ташкүмерҙе бушата торған подвал яғына борҙо, ундағы ҡалын тимер ҡапҡас менән бикле уйымға ыңғайлатты. Ҡапҡасты был юлы Мәҡсүт асты, хужабикә көсәнеп ҡарағайны ла, ҡулынан килмәгәс, уны саҡырҙы. Аҫта ташкүмер яға торған мейес инде, эргәлә тағы бүлмә бар икән, ишеге ярым асыҡ тора. Шул саҡ Мәҡсүттең ҡолағына бер тауыш салынды! Юҡ-барға иҫе китеп бармаған һере генә кеше булһа ла, уның сәстәре үрә торҙо: әллә эт шыңшый, әллә әҙәм балаһының сеңләүе?! Ялт итеп хужабикәгә ҡараны:
– Этегеҙме?
– Эйе. Көсөк.
– Асмы әллә?
– Моғайын. Хужа ҡайтҡас ашатыр әле.
Хужабикәне тәү күреүе түгел Мәҡсүттең. Йорттарына инеп аҡса алғаны булһа ла, һөйләшеп-фәлән торғандары юҡ. Хисаплашыр ҙа, ишек төбөнән генә бороп ебәрер ине ғәҙәттә.
Әле саҡ ҡына бүтәнсәрәк килеп сыҡты. Самосвалын йәпләп ҡуйып, ташкүмерен бушатыуға, хужабикә тауыш бирҙе:
– Люкты яп, мин аҡса алып сығырға онотҡанмын.
Шулай тине лә, янғын сыҡҡандай ҡабаланып өйөнә йүгерҙе. Нимәгә ашыға шулай, тип ғәжәпләнде Мәҡсүт. Үҙе теге ҡапҡасты ябырға кабинаһынан сыҡты. Шунда ҡолағына тағы баяғы сәйер ауаз килеп инде. Саҡ ҡына тоноғораҡ ишетелде был юлы. Мәҡсүт инде ҡыҙыҡһыныуын тыя алманы, тауыш килгән яҡты аңдыны: подвал ҡабырғаһында тағы бер тәҙрә барлығын белә, шуға күҙ һалды. Бығаса кабинаһынан төшөп тә тормай, йөгөн ауҙара ла китә ине.Тәҙрә теге ишеге ярым асыҡ бүлмәнеке, ахыры. Эйелеп, эскә текләне лә ҡапыл артҡа тайшанды: саң баҫҡан бысраҡ быяла аша уға... туп-тура ике күҙ ҡарап тора ине! Ул күҙҙәрҙә хайуани ҡурҡыу һәм нарасайлыҡ бергә ҡушылғайны. Сабый йән ҡарашы ине был. Мәҡсүт, ҡырҡты ҡыуып килгән олоғара ир, ҡурҡып китте, күҙҙәрен сырт йомоп, башын һелккеләне лә тағы тәҙрәгә баҡты: быялаға йәбешеп ҡатҡан бысраҡ юлаҡтарҙан башҡа бер ни ҙә юҡ ине был юлы. Әллә күҙенә күрендеме икән?!
Ул арала йорттоң теге яғында хужабикәнең тыпырҙап тупһанан төшкәне ишетелде. Нимәгә шулай өтәләнә?
Мәҡсүт өҫкә күтәрелде, кейемен ҡаҡҡылап, кабинаһына менеп ултырҙы. Хужабикә уға аҡса һондо ла ҡапҡа асырға йүнәлде.
Йөрәген шом алды Мәҡсүттең. Ни күрҙе ул? Ни ишетте? Аңлата алмай. Ен күрендеме әллә күҙенә? Булыр ҙа... Юҡтыр... Шул тиклем йәлләткес итеп, зарығып ҡарап торҙо ти ҙәһә һиңә ен.
Ике-өс көн яфаланды шулай. Ятһа-торһа – уйында бер нәмә. Ахырҙа күршеһе Сергейға һөйләп эсен бушатты.
– Серега, бисәмә лә әйтмәнем, һиңә генә һөйләйем, – тине лә, аштырмай-шаштырмай теге хәлде бәйән итте.
– Милицияға хәбәр итәйек, ни ғәләмәт икән ул, тикшерһендәр, – Сергей шулай кәңәш бирҙе.
– Әгәр минең күҙгә генә күренгән булһа?
– Белая горячка, чтоли, йә һин берәй шизикмы?
– Түгел дә...
– Короче, күршелә генә бер ушлый опер йәшәй, давай уға һөйләйек башта.
– Давай, әтеү.
Кискеһен Сергейҙың шул танышына инделәр. Участковыйға ғариза яҙығыҙ, тине уныһы. Мәҡсүттең, нилектәндер, ҡурҡҡаны милиция – баш тартты. «Опер» участковый менән үҙе кәңәшләшергә, берәй нәмә уйлап табырға вәғәҙә итте.
Һәм уйлап таба ла: янғын хәүефһеҙлеге органдары баяғы йорт ултырған урамға рейд яһай. Тегеләрҙең подвалын астырып ҡарайҙар. Һәм ундағы бер бүлмәлә...
Хужалар ул бүлмәнең асҡысын бирмәй маташа, юғалтҡандар, йәнәһе. Табылыр әле, шунан асырбыҙ, унда ҡапылғара кәрәгерҙәй әйбер ятмай, тиҙәр. Кеше ҡаралтыһын емереп булмай бит инде, закон тыя. Боролоп китә башлайҙар. Шул саҡ эстән тауыш ишетелә. Көсөк сыйнаған һымаҡ та, бала илағанға ла оҡшап ҡала. Рейдтағы өс кеше был көтөлмәгән ауазға иғтибар итә. Һуңынан иҫләүҙәренсә, эс-бауырҙарына шомло һалҡынлыҡ үтеп инә. Былай булғас, боролоп китеү юҡ инде, ишекте емереп асырға ла сәбәп бар. Араларында участковый ҙа булғас – тәүәккәлләйҙәр. Йоҙаҡты һуғып асалар ҙа эскә үтәләр һәм Форма кейгән өс ир (икәүһе - ажғырып ут бөрккән дейеүҙән дә ҡурҡынысыраҡ янғындарҙы күргән, өсөнсөһө енәйәтселәр менән бысаҡҡа бысаҡ алышҡан) күҙҙәре менән күргәнгә ышана алмайынса, телһеҙ ҡала.
Ниһайәт, уларға оҙаҡ тойолһа ла, ғәмәлдә берәй минут ҡына үткәндер, ихтыяр көсө ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Участковый шулай хәл итә: хужаларҙы әлеге бүлмәгә бикләй, янғын һүндереүселәрҙе һаҡҡа ҡуя, үҙе эске эштәр бүлегенә хәбәр итергә телефонға йүгерә. Енәйәттең ҡатмарлы икәнен нисек, ниндәй һүҙҙәр менән аңлатып бирә алғандыр ул, – милиция, прокуратура вәкилдәре, «Тиҙ ярҙам» машинаһы бер юлы килеп етә.
                ***
 Прокуратуранан Сыңғыҙ Әхәтовичты ебәрҙеләр. Ҡолағына ингән оператив мәғлүмәт юҫығында юл буйына уйланып барҙы тәфтишсе, төрлөсә фараз итте, күҙаллап маташты, әммә алдан фекер төйнәй алманы. Һөнәренең асылын ул яҡшы белә, факттар булмай тороп, күрәҙәлек итергә тейеш түгел. Ләкин, үҙенең тойомон һынап ҡарамаҡ, енәйәт урынына барған саҡта уҡ төрлө версияларҙы аңында «уйната» башлай. Ғәҙәт. Был осраҡта версия тыуманы.
 Подвал ишеген астылар. Ярым ҡараңғы. Бер мөйөштә ир менән ҡатын ултыра. Эргәләрендә дүрт аяҡлы йән эйәһе. Әллә илай, әллә шыңшый үҙе. Эт тиһәң, йөнө юҡ. Тиреһен һуйып алмағандарҙыр ҙаһа, ул осраҡта үлер ине. Электр үткәрелгән икән, лампочканы тоҡандырҙылар. Йән эйәһе Сыңғыҙ Әхәтовичҡа табан башын борҙо. Күҙҙәре уға төбәлде. Ә ҡарашы, моңһоу, һағайыулы, ғазаплы, ялбараулы ҡарашы, йөрәкте телгән зарлы ҡарашы! Әҙәми зат ҡына шулай ҡарай ала, бары тик әҙәми зат күҙендә генә шунса тойғолар сағыла ала лаһа?
Ышанырға телә-теләмә, зиһенең ҡарышһын-ҡарышмаһын, факт: оҙон тимер сынйырҙа эт түгел, әҙәми зат ине. Дүрт-биш йәштәр самаһындағы бала. Малай. Көсөк һымаҡ сыйнай, өргәндәй ҙә итә, алдындағы тимер сеүәтәне еҫкәп ала ла, шыңшып ҡуя. Хас та эт инде. Ана ул хужабикәнең ҡулын ялай... Шунан бүлмәгә килеп тулған кешеләргә ҡарай. Аптырай, ятһына һымаҡ. Маңлайы сирыла, әле бөтөнләй һүнеп бөтмәгән интеллект сырамытымы быныһы?
Күргәндәре ни тиклем генә ғибрәтле булмаһын, тәфтишсегә үҙ эшен атҡарырға кәрәк. Протокол төҙөлдө, пүнәтәйҙәр килтерелде, башҡа тейешле процедуралар башҡарылды. Йән эйәһе махсус медицина учреждениеһына оҙатылды. Хужалар ҡулға алынды. Енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Һәм Сыңғыҙ Әхәтович эшенең иң мауыҡтырғыс, күңеленә иң оҡшаған өлөшөнә тотондо: рәссам һымаҡ, айырым фрагменттарҙан тотош картина хасил итеүгә, яҙыусы һымаҡ, фантазияһын эшкә егеп, сюжет ҡороуға. Тәфтишсе һөнәре ижадтан алыҫ түгел, бер ҡараһаң. Айырма шунда: рәссамдың төшөргән картинаһы ахырҙа шул сүрәттә ҡатып ҡала, яҙыусының геройҙары ла нисек яҙылған, артабан шулай йәшәй. Ә тәфтишсе ғәйепкә тарттырыусыларҙы үҙе танып дөрөҫләгәнде, ҡул ҡуйғанды ла иҫбатларға тейеш, сөнки енәйәт ҡылыусылар йыш ҡына судта әйткән һүҙҙәренән баш тарта. Еренә еткереп ҡоролмаһа, «дело» ватылған быяла өлгөһө кеүек ҡойола ла төшә.
Мәҡсүтте ҡат-ҡат һөйләтте. Ул шул мәғлүм булғандан артыҡты өҫтәй алманы. Теге әҙәмдәрҙең күрше-күләне менән әңгәмәләште. Был ихатала ҡатындың әсәһе йәшәгән, хәҙер мәрхүмә, былар өс - дүрт йыл самаһы элек икенсе яҡтан күсеп килгәндәр икән. Икәүҙән-икәү, кеше менән аралашмай йәшәгәндәр. Уларҙан башҡа бер йән эйәһен күреүсе лә, ишетеүсе лә юҡ. Асыҡтан-асыҡ һүҙ йөрөтмәне Сыңғыҙ Әхәтович, ваҡиға әлегә сер итеп тотолдо. Шулай ҙа кешеләрҙең күҙ ҡарашынан, ым-йымдарынан нимәлер аңғарыуҙары, имеш-мимеш таралыуы һиҙелеп тора ине.
Ир менән ҡатын бер һүҙҙе тылҡыны: имеш, ҡыш уртаһында уларҙың ишек алдына шул ҡиәфәттәге баланы ырғытып киткәндәр ҙә, былар, йәлләп, өйгә алып ингәндәр. Ашатып-эсереп, хәл индергәс, милицияға хәбәр итергә ниәтләнгәндәр, әммә ҡурҡып, өндәшмәгәндәр. Кире сығарып ташларҙар ине, туңып үләсәк. Йәй еткәс, шым ғына вокзал тирәһенә алып барып ҡалдырырбыҙ тип уйлағандар. Уңарсы эҫенгәндәр, үҙ балаһы һымаҡ ҡабул иткәндәр.
– Улай яҡын күргәс, ниңә өйҙә тотманығыҙ, ниңә ҡараңғы подвалда сынйырға ултыртып ҡуйҙығыҙ?! – Сыңғыҙ Әхәтович шулай тип аҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙ күҙе менән күрмәһә бер хәл ул йән эйәһенең ни көнгә төшөрөлөүен.
Был бәндәләрҙең йөҙөндә мәрхәмәт остоғо күренмәй. Күҙендә моң юҡ, тиҙәрме әле халыҡта ундайҙар хаҡында? Моң... Ошо урында өҙөлә лә ҡуя сюжет ебе. Факттар етешмәй. Ҡайҙан, ҡасан, кемдеке? – һорау күп, яуап юҡ. Тап шул мәлдә Азаматов «юл айҡан һуғылды». Мут ҡына төҫтә килеп ингәйне, һалҡын, зәһәр аҡыллы ҡарашы менән өшөтөп сығып китте. Юҡ, өшөтөп түгел, ә һағайтып. «Тәфтиш бүреһе» Сыңғыҙ Әхәтовичты өйөнә саҡырҙы: «Ҡыҙрасов, кискеһен инеп сыҡ!» – тине ул өҙөп кенә. Ҡарт, моғайын, сюжет ебен ялғамаҡсы, тип һиҙенде Сыңғыҙ Әхәтович һәм яңылышманы.
– Һин беләһең, минең өйөмдә лә картотека бар, – тип тупһанан уҡ һүҙен башланы Азаматов, күренеп тора, нимәлер «ҡаҙып сығарған».
– Ул бәндәләр элек енәйәт ҡылмаған, тикшерҙем, – тине Сыңғыҙ Әхәтович, үҙе Азаматовтың эш өҫтәлендә ятҡан һарғайған гәзиттәргә иғтибар итте.
– Мә, уҡы! – Азаматов шул гәзиттәрҙең береһен алып уға һуҙҙы.
Унда тимер юл станцияһы булған ҙур ғына бер ҡасабала һигеҙ айлыҡ ир баланың юғалыуы хаҡында яҙылғайны. Төрлөсә фараз иткәндәр: баланы урлап алып киткәндәрме, йә ул, имгәкләп барып йорт артындағы ярлауға ҡолаған да һыуға ағып киткәнме? Сыңғыҙ Әхәтович гәзиттең датаһына иғтибар итте: июнь айы. Өс йыл ярым элек...
– Мин нимәгә ыңғайлатам һине, Ҡыҙрасов, шәйләйһеңме?
– Шунан?
– Ултырған да шыуған! – Азаматовтың теге йылғыр бармағы, кемгәлер янағандай, күккә сөйөлдө. Иртәгә үк шул ҡасабаға йүнәл. Ҡолағыңдың сайырын таҙарт, танауыңды яҡшылап йыу. Сәрт! – Сыңғыҙ Әхәтович ҡарттың төртмә теленә өйрәнеп бөткән: ҡолаҡты ҡарпайтып тыңларға, еҫкәнергә кәрәк, йәғни. – Мине ваҡиғалар үҙәгендә тот. Үҙем дә тик ятмам. Күрәһең бит, ҡарсыҡ та өйҙә юҡ, Мәскәүгә ҡыҙыбыҙҙың фатирын ҡарауылларға китте, улары ғаиләһе менән Төркиәлә ял итә, байығандар, ахырыһы. Так что ваҡыт күп, ҡыймырлармын.
Иртүк тороп поезға йыйына башланы Сыңғыҙ Әхәтович. Радионы асты, яңылыҡтарға ҡолаҡ һалды. Бер депутат Дәүләт Думаһында «юристар аҡсаны күп ала, йәмәғәт транспортында түләп йөрөһөндәр, льготаларын бөтөрөргә кәрәк» тип хәбәр һалған да, шуны сурыталар икән. Көндө төнгә ялғап эшләп, йәмғиәттең иң әшәке ҡатламында ҡаҙынып ҡараһын ине әле ул депутат. Бәғзе көндә унарлаған урынға йөрөп сығаһың, прокуратура – милиция – суд – морг – изолятор – лаборатория – психиатр һ.б., ахырҙа – шаһиттар менән осрашыу, эҙ юллап төрлө адрестар буйлап сабыу.
 Поезд ҡуҙғалды, тәгәрмәстәрен тигеҙ генә тыҡылдатып алға елде. Сыңғыҙ Әхәтовичтың уйҙары ла күнегелгән рельстарға күсте: анализ-синтез... Ниһайәт, барып етте. Башта милиция участкаһына һуғылды.Теге гәзиттә яҙылған ваҡиғаны бында берәү ҙә онотмаған икән. Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның инспекторы, лейтенант званиеһындағы йәш ҡатын, уны балаһын юғалтҡан ғаилә йәшәгән урамға алып китте.
– Унда барыуҙан файҙа булмаҫ, улар күрше ҡалаға күсте, шул йылды уҡ, – тине инспектор юл ыңғайы.
– Күршеләре менән һөйләшербеҙ.
– Ихтыярығыҙ.
Тәфтишсе һиҙеме Сыңғыҙ Әхәтовичҡа картинаның төп фрагменты тап ошонда ята, тип шыбырлай ине. Азаматовҡа рәхмәт, эште тиҙләтте. Тәфтишсегә көнө түгел, сәғәте ҡәҙерле. Йыш ҡына ваҡыт уның ярҙамсыһына йәки, киреһенсә, дошманына әүерелә.
Көрт ярып, муртайған яҙғы ҡарға бата-бата, баҡса артына барҙылар. Ҙур булмаған йылғаның текә генә ярында тирә-яҡты байҡап торҙолар. Аҫта, һыу буйында, өйкөм таллыҡ. Һиҙелә, тал сыбыҡтары миҙгелде шәйләй. Улар, гүйә, һығылмалы сайҡалышып, үҙҙәренең иҫән-имен ҡыш сығыуҙарын белгертә. Бәлки, был талдар теге фажиғәнең шаһитылыр?
Һигеҙ айлыҡ баланың күп тигәндә йөҙ-йөҙ илле метр араны имгәкләп үтеүе мөмкин бит. Был ярлауға етһә, тәгәрәй инде, суп итеп йылғаға барып төшә... Ә кәүҙәһе ҡайҙа һуң? Йәй уртаһы булған, кешеләр һыу инеп, кисеүләп йөрөп тора: берәй урында ҡалҡып сығыр ине?
Күршеләрҙе йөрөп әйләнде. Балаһын юғалтҡан ғаилә лә, сиктәш йәшәгән ир менән ҡатын да бер үк осорҙа күсеп киткән икән. Уларҙың өйөн һатып алған яңы хужалар әйтеүенсә, әлеге шул яҡындағы ҡалала төпләнгәндәр, шикелле. Иң тулы мәғлүмәтте өс өй аша йәшәгән ҡарсыҡ еткерҙе.
– Ул ике күрше тынышманы, – тип башланы һүҙен ҡарсыҡ. – Берәүҙәре – оло, икенселәре кесе була белмәне. Апаруҡ өлкән йәштә ләһә анауҙары, балаһыҙҙары, тим, сығышы менән ҡаланан инеләр, яңылышмаһам. Ире тимер юлында эшләне, бисәһе өйҙә ҡыштырҙаны. Дәү эттәре бар ине. Тоҡомло эт, тинеләр, дуҡмы шунда, туҡмы? Күргеләнем ул этте. Тиреһе йылҡылдап тора. Дәү үҙе, быҙау дәүлек. Абау!
– Дог тигән тоҡомдан булғандыр,– тип һүҙ ҡыҫтырҙы Ҡыҙрасов һәм ҡарсыҡтың бәйәненә үҙенә кәрәк йүнәлеште бирергә тырышты:- шулай бик ҡурҡыныс инеме ул эт?
– Яман ине, яман! Хәйер... Дөрөҫөн һөйләргә кәрәк, алдаҡсы тип йә ултыртып ҡуйырһығыҙ, ул дуҡтың көсөк сағын да беләм дәһә. Урамға алып сыҡһалар, бала-саға урата һала, шулар менән харап матур уйнай торғайнысы. Һис уҫалға оҡшамағайнысы.
Шул арала Сыңғыҙ Әхәтович эттәр тураһында уҡып белгәндәрен иҫләй һалып алды. Ҡарсыҡ әйткәнсә, был тоҡом агрессив түгел, үҙен аҫраған ғаиләгә, балаларға ныҡ эйәләшә, уларҙы һаҡларға әҙер. Улай ҙа, дог – һунар эте, төпкө инстинкттарын ҡуҙғатһаң...
– Ә бала юғалған мәлде хәтерләйһегеҙме, инәй?
– Нисек хәтерләмәйем, ти?! Тегеләрҙең, шул дуҡты аҫрағандарҙың, күршеләре Заһира менән Әлфирҙең тәүге балалары лаһа. Малай ине. Шул ике күрше тынышманы, тинем дәһә... Халыҡ күмәкләп эҙләне, тотош тирә-яҡ урманды һөҙөп сыҡтылар, йылғаны арҡырыға-буйға кисеп, һыуын иләктән генә үткәрмәнеләр. Ай күрҙе, Ҡояш алды сабыйҙы... Әй, иҫемә төштө, көсөк сағында шул дуҡ ауырып киткән, мал духтыры «үпкәһенә һыуыҡ тейгән» тигән, былар, эттең эйәләре инде, икәүләшеп миңә килде, кәзә һөтө һорап. Һыйыр аҫрарҙай хәлем юҡ ине шул. Хәҙер кәзә лә тотмайым, ҡартайҙым. Әй һөтлө ине Мәликәкәйем.
– Мәликә?
– Кәзәмә, яҙыҡ булһа ла, әҙәм исемен ҡушҡайным. Себерҙә улым бар, шунда, ете ят яҡта, төпләнде инде, тамырланды, хәҙер күсенеп ҡайтмаҫ та, тим. Башы һау булһын, ҡайҙа ла – бер ҡояш... Шул улым шаярта торғайны, «Мәликәң, әсәй, үҙе бер фабрик», тип. Фабрик шул, ул һөтө, ул мамығы.
– Инәй, теге ир менән ҡатын кәзә һөтө һорап килгәндәр, шунан? – Сыңғыҙ Әхәтович тағы ипләп кенә кәрәкле ыҙанға төшөрҙө ҡарсыҡты.
– Ай буйына эттәренә Мәликәмдең һөтөн эсерҙеләр. Аҡса кәрәк булғас, һаттым инде. Аҡса өсөн түгел имеш әле ул, ер һөрә торған мәтәйҙәре бар ине, шуныһына инәлеп. Баҡсамды эшкәртеп бирҙеләр, йәпле булды уныһы. Ә аҡсаға бигүк мохтажлығым юҡ, Себерҙә ҡалын аҡса бирәләрҙер, улым, рәхмәт төшкөрө, һалып тора.
– Эт йүнәлдеме?
– Йүнәлде, быҙау дәүмәллек булып китте, әйттем дәһә. Шунан ҡапыл ғына үлде лә ҡуйҙысы...
– Нимәнән үлде икән һуң ул?
– Ағыу һалғандар, тигәнерәк һүҙ йөрөнө. Быяла онтағы ашатҡандар, тип тә фараз иттеләр. Эйәләре ул дуҡты бала һымаҡ күреп тәрбиәләй ине. Әйттемме әле, балалары юҡ ине, тип?
– Әйттең, инәй. Бер аҙналап ваҡыт уҙғас, сабый юғалдымы?
– Эйе. Эт ғауғаһы саҡ тынып бара ине, унан да былай ҡаза тыуҙы. Тағы милициялар килде.
– Ярай, инәй, рәхмәт ярҙамығыҙға. Хәтерегеҙ шәп икән.
– Хәтерем Аллаға шөкөр ҙә ул. Тик бына әйберҙе ҡайҙа һалһам, шунда онотам. Бөгөн көн буйына йоҙағымды эҙләп арманһыҙ булдым. Лавкаға бара алмай ултырам. Хәҙер заман хөртәйҙе, өйҙө бикләмәй китһәң, эт-ҡош баҫырға тора.
– Йоҙағың тышта, ишек тотҡаһында элеүле тора, инәй, – тине Сыңғыҙ Әхәтович һәм урынынан ҡуҙғалды. Ҡарсыҡ оҙата сыҡты, йоҙағын табып ҡыуанды. Сослоғон юғалтмаған теремек күҙҙәрен тәфтишсегә туп-тура текләп торҙо ла хәтер йомғағының тағы бер осон тартып сығарҙы: – Әй... Ул бахыр дуҡтың үлемендә минең дә ғәйебем барҙыр? Бер шулай бала-саға уйнаған тирәлә ҡояшҡа сығып ултырғайным, шул ыңғайы йоҡоға талғанмын да сыр-сыуға уянып киттем: малайҙар шуҡ була бит, сабый ятҡан кәләскәне ярлау яғына эткән дә ебәргәндәр ҙә, үҙҙәре ҡурҡып ҡасҡан, имеш. Минән башҡа оло кеше лә юҡ эргә-тирәлә, әмәлгә таянғандай. Ҡуҙғалып, кәләскә артынан тәнтерәкләнем, ә нисек ҡыуып етәйем? Шул саҡ эргәмдән теге дуҡ эре-эре һикереп үтеп китте, бер-ике баланы, мине лә бәреп йыҡты ыңғайында, уның ҡарауы теге кәләскәне туҡтатты, ҡырыйынан тешләп алды ла ысҡындырманы. Уңарсы бер яҡтан аһылдап дуҡтың хужабикәһе, икенсе яҡтан сабыйҙың әсәһе килеп етте. Мин ни, йығылған еремдән тороп, итәк-еңемде ҡаҡҡыланым да өйөмә ыңғайланым.
– Шунан? –Тын алырға туҡтаған ҡарсыҡты ашыҡтыра төштө Сыңғыҙ Әхәтович, фекере өҙөлөп ҡуймаһын тип борсолоп.
– Шунанмы? Иртәгәһенә иртүк ҡалала ҡыҙында йәшәгән йәшлек әхирәтем ҡунаҡҡа килеп алды ла аҙна буйы ҡайтарманы. Шул. Ҡайтыуыма, ишетәм, дуҡты ағыулап үлтергәндәр, имеш тә ул гел бала-сағаның ҡотон алып йөрөй. Уны бик урамға ла сығармайҙар, йортта аҫрайҙар ҙаһа, келәм өҫтөндә генә. Мамочкаһы, хужабикәһен күршеләре үҙ-ара шулай атайҙар ине, урамға бергә сыға ине,теге юлы ҡайҙа тороп ҡалғандыр?
– Бәй,инәй, ни ғәйебең...
– Һүҙем бөтмәне әле. Бүлдең. Минән башҡа шаһит юҡ ине ләһә, теге ҡотҡарылған сабыйҙың әсәһе бер минутҡа ғына өйөнә ингән булған, сыҡһа, яр ситендә кәләскәне тешләп торған дуҡты күргән дә шул эт һәләк итә яҙған баланы, һөйрәп алып киткән, тип хәл иткән дә ҡуйған.
Инспектор ҡатынды, туҡтауһыҙ сәғәткә ҡарай башлағас, Сыңғыҙ Әхәтович ҡайтарып ебәргәйне. Дөрөҫ эшләгән, ҡарсыҡ менән әңгәмә оҙаҡҡа һуҙылды. Ә ялҡытманы, һөйкөмлө инәй, хәтерле.
Көн кискә ауышҡайны. Ашығып хакимиәт бинаһы яғына атланы. Унда Әлфир менән Заһираның, Сәғәҙәтовтар икән, ҡайҙа күскәндәрен теүәл белеште лә ҡайтырға сыҡты, һуңғы электричкаға саҡ өлгөрөп ҡалды.
Ҡайтышлай, бөтә ишеткән-белгәнен ҡағыҙға теркәне, бер епкә теҙҙе. Томан таралып, был «дело» төҫмөрләнә башланы кеүек.
Төнгө сәғәт берҙәрҙә, өйөнә инеп кенә торғанда, телефон шалтыраны. Азаматов.
– Версияң бармы? – ти, уратып-суратып тормай.
– Бар. -Ҡыҙрасов, өйрәнсеклектән күптән сыҡһа ла, был кешенең абруйы алдында кеселекле булыуҙан туҡтамаҫын белә. Азаматов ҡәнәғәт тауыш менән:
– Сәрт! – тип ҡысҡырҙы ла трубканы һалды. Һис шикһеҙ, үҙенең дә версияһы бар һәм ул уны Ҡыҙрасовтыҡы менән сағыштырырға ашҡынып йөрөй.
Йәш ғаиләне табыу ҡыйын булманы. Ҡасабала исем-фамилияларын, тыуған йылдарын һәм хатта яңы адрестарын да билдәләй алғайны бит. Башта дөйөм ятаҡта йәшәгәндәр, аҙаҡ фатир алғандар. Әлеге көндә Әлфире заводта эшләй, Заһираһы бала менән өйҙә ултыра. Йәш ярымлыҡ ҡыҙҙары бар.
Һуңғы мәғлүмәт Сыңғыҙ Әхәтовичтың эсенә йылы йүгертте. Шомло эшкә юлыҡты, йөрәге өшөп тора. Үҙенең тәфтишсе практикаһында түгел, ғөмүмән, донъяла булмаған хәлдер ул уның ҡулындағы енәйәт эше.
Ғәҙәти эш булһа, саҡыртып повестка ебәрер ине. Ә был осраҡта? Нимәнән, нисек башларға ғаилә менән аралашыуҙы? Хайуан хәленә төшөрөлгән нарасый йән эйәһен күрһәтеп, «был һеҙҙең балағыҙмы?» тип һорап булмай ҙаһа. Әхлаҡи-этик нормалар бар. Ул йән эйәһенең күҙҙәрен, үҙәгеңә үтеп ингән моңһоу ҡараштарын күреп булат ҡоросолай ҡатынҡыланған Ҡыҙрасов үҙе ҡалай тетрәнде. Бәлки, Сәғәҙәтовтарҙың ул йән эйәһенә бөтөнләй ҡатнашлығы юҡтыр. Версия – иҫбат ителгән факт түгел әле...
Тәүәккәлләмәй сараһы юҡ – тәүәккәлләне. Өйҙәренә барҙы. Заһира балаһын йоҡлатып ҡына тора ине. Ят кешегә асмайым, тигәс, үҙенең кем икәнен әйтергә тура килде Ҡыҙрасовҡа. Ҡатындың күҙ ҡарашында өмөт һымаҡ бер сырамыт шәйләне.
Хәл-әхүәл һорашты. Башҡортса һөйләшкән ағай кешенән әллә ни ҡурҡынманы йәш ҡатын, өҫтәл артына саҡырҙы.
Сыңғыҙ Әхәтович баш тартманы. Күренеп тора, Заһира ла, ҡыҙын йоҡлатып, иркенләп сәй эсергә ниәтләнеп йөрөгән: плитәлә сәйнүк шыжлағаны ишетелә.
– Ҡыҙмы, малаймы, – тине ул, – кескәй карауат яғына ымлап. Белә күрә һораны.
– Ҡыҙыҡай, – тип яуапланы Заһира. Тағы нимәлер әйтергә уҡталды ла, тыйылды.
Онотмаған, әлбиттә, теге фажиғәне, тип уйланы тәфтишсе. Һәм һүҙен дауам итте:
– Ҡыҙ бала әсәһенә ярҙамсы була инде. Малай ҙа ҡасмаҫ, йәшһегеҙ бит әле.
– Малайыбыҙ бар ине лә, ағай...
– Малайығыҙмы? – Ҡыҙрасов үҙенең дөрөҫ һуҡмаҡ һайлағанын һиҙҙе.
– Эйе. Юғалттыҡ беҙ уны. – Ҡатындың тауышы ҡалтыраны, матур шыма яңаҡтарынан йәш тәгәрәне.
Күңеле болоҡһоп, бер һөйләшергә зар булып ултырған әллә? Ҡасабалағы ҡарсыҡ мәғлүм иткәндәргә ныҡ оҡшаш ине уның һөйләгәндәре.
Ахырҙа Заһира, ышаныр-ышанмаҫ ҡына һорап ҡуйҙы:
– Әллә беҙҙең улыбыҙ табылдымы, ағай?! Башта уҡ һорарға иткәйнем дә, ҡыйманым.
– Һеңлем, эш былай: төрлө сәбәптәр арҡаһында юғалып, күпмелер ваҡыттан һуң табылған балалар юҡ түгел, ундай хәлдәр ил өҫтөндә булып тора. Һеҙгә, икегеҙгә лә, ДНК анализына ҡан тапшырып ҡуйырға кәрәк буласаҡ, мин тейешле ҡағыҙҙар бирермен. Юғалған балалар бит ундарса йыл розыскала була. Кем белә...
Шулай килештеләр. Шулай эшләнеләр.
Анализ һөҙөмтәһе Сыңғыҙ Әхәтовичтың версияһын нығытты. Әйткәндәй, Азаматовтыҡын да.
                        ***
...Теге хәлдән һуң догтың да, уның хужаларының да көнө бөттө, алама дандары таралды.
– Харап итә яҙҙы баламды! – тип өҙмәне лә ҡуйманы Заһира.
– Хоҙай белеп бала бирмәгән һеҙгә, эткә табынып ултыраһығыҙ! – тип ҡысҡырып ҡалыр булды хәлдең айышына төшөнөп бөтмәгән күрше – күлән, догты эйәртеп сыҡҡан “мамочка”ның артынан...
Ә бер нисә көндән Әлфир ҡәнәғәт төҫ менән ҡайтып инде.
– Ағыу юллап таптым, шуны ашатам ул сволочь эткә, – тине ул ярһынып.
– Булашма, – тип тыйҙы Заһира. – Малдың рәнйеше төшә, ишеткәнем бар.
Иртәгәһенә күрше ҡатындың күккә ҡарап аһ ороуы, ирҙең алама һүгенеүе менән тирә-яҡ тулды. «Кайзер, бәпесем, кайзер!» – тип үкһене ҡатын, эттең ҡушаматы шундай. Тапҡандар... Тоҡомо ла немецтыҡы, исеме лә.
Урам халҡы бошонманы. Кайзерҙан шөрләй башлағайнылар. Дүрт аяҡлы фашист тип кенә торалар ине.
Бесән мәле етте. Эшкә ингән бөтә кеше салғы тотоп, һәнәк-тырма өҫтөрәп әрәмәлектәргә таралды. Ҡасаба ерендә мал тотһаң ғына мандыйһың. Ҡаланан һөт, ҡатыҡ, ит-май һатып килеп алыусы байтаҡ. Поезд туҡтағанда ла әҙ-мәҙ кәсеп итеп өлгөрәләр. Әлфир ҙә, көҙгә тана алып ебәрмәк, сабынлыҡ биләргә китте. Заһира бәпесен имеҙеп әлеге коляскаға һалды, ишек алдында сығарып ҡуйҙы. Ҡояш бешермәһен тип, колясканы аҡ селтәр япма менән ҡапланы. Үҙе, ҡулы бушаған арала картуфҡа тын алырға ирек бирмәгән колорадо ҡуңыҙын сүпләргә, баҡсаға сыҡты.
Бер арый шул мәшхәрҙе биҙрәгә һелккеләп йыйып йөрөгәс, әйләнеп килде. Ҡулын йылымыс һыуҙа оҙаҡ итеп йыуҙы, шулай ерәндергес ул ҡуңыҙҙар, шулай хәшәрәт – әллә нисә ҡат һабынлап ышҡыһаң да, тирегә һеңеп ҡалған еҫе бөтмәгән кеүек. Йыуынғысҡа һыу өҫтәйем тип сүмескә үрелде, уныһы ҡаҙаҡта саҡ эленеп торған әллә, кәлтерләп төшөп китте. Уяна инде, тип бәпесе ятҡан коляскаға ҡараны. Коляска буш?! Селтәре шыуып төшкән...
Ә был мәлдә күрше йортта теге догтың хужабикәһе шәрбәт һыуға йоҡо дарыуы ҡушып тора ине. Һыуҙы шешәгә тултырып, имеҙлек кейҙерҙе лә, карауатта ятҡан балаға бирҙе. Эттәрен көсөк сағында шул имеҙлектән имеҙгәйнеләр. Бала, сарсаған, ахырыһы, шешәне ике ҡуллап тотоп, сәпелдәтеп имә башланы...

                                            
Енәйәттең башы Сыңғыҙ Әхәтовичтың, ҡулында булған шаһитнамәләргә таянып, алдан фаразлауына бик яҡын ине. Ә бына артабан ни ҡылғандар – быға бер генә, хатта иң гениаль тәфтишсенең дә, фантазияһы етмәҫтар! Йә йыртҡыс, йә сирле булырға кәрәктер гипотезаң ул йүнәлештә үҫеш алһын өсөн.
Әллә быларҙың, дог хужаларының, психик сире бармы? Әлеге еңңнәйәт эшенән хәбәрҙәр һәр кемдә тыуҙы был һорау. Ҡағиҙә булараҡ, медико-психологик экспертиза үткәрелде. Һап-һау – икеһе лә .
   ...”Мамочканың” олоғайған әсәһенә күсенеп килделәр. Баланы ныҡ йәшерҙеләр, кеше күҙенә салындырманылар. Әбейҙең өйө бик иҫке ине, шуға ла килеү менән ағас-таш йүнләп, кеше ҡушып, ҙур коттедж һалдыра башланылар. Аҡсаң булһа, оҙаҡмы һуң инде, күп тә үтмәне, аҫтында тәрән кирбес подвалы булған мөһабәт йорт ҡалҡып сыҡты. Ир менән ҡатын әлеге подвалда алмашлап үҙҙәренең ҡара маҡсаттарын бойомға ашырырға тотондо. Шул арала яйын табып, әбейҙе шифаханаға ебәрҙеләр. Аяҡтары һыҙлап яфаланған әбей бик риза булып йөрөп ҡайтты. Берсә ышанды был изгелектәренә, берсә ышанманы. Үҙҙәре лә олоғайып бара, хәлемә инеүҙәре шулдыр, тип уйланы.
Әбейҙе кухняла, аш-һыу тирәһендә булаштырҙылар. Һикһәнгә етһә лә, ҡартлыҡ миңрәүлеге теймәгәйне уға. Хәйер, үҙенең ниндәйҙер сәйер хәлгә тарыуын миңрәү ҙә тойор ине. «Ниндәй бала? Кем сабыйы? Балалыҡҡа алдыҡ, тиҙәр, әтеү ниңә көнгә күрһәтмәй подвалда бикләп аҫрайҙар? ” Әбейҙең мейеһен шундай һорауҙар бырауланы. Кейәүенең дә, уның һыңары – ҡыҙының да ҡаты бәғерле икәнен белә ул. Ҡарт көнөндә анау ҡасабаларында бергә йәшәтһәләр була ине ләһә, ошонда нисәмә ҡыш иҫке, йылы тотмаған өйҙә япа-яңғыҙ ҡышланы. Шуларҙы иҫенә төшөрһә, өндәшер еренән өндәшмәй ҙә ҡуя: әле шөкөр бит, йорт яңы, йылы, ризыҡ мул, яныңда тере йәндәр бар.
Ләкин бер көндө ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы әбей. Кейәүе ҡалаға киткән, ҡыҙы серем итергә ятып торған арала подвалға төштө. Тәүләп төштө. Ике ишек күҙенә салынды. Береһен асты – ташкүмер бүлмәһе икән, оло ауыҙлы мейес тора, шуны яғып йылыталар инде йортто. Стенаға көрәк, һоҫҡо, тәртешкә һөйәп ҡуйылған. Мейескә яға башланылар, ноябрь башы бит инде. Яңыраҡ берәү, ҡарасман ғына башҡорт ирекәйе, Мәҡсүт ине шикелле исеме, ташкүмер килтереп китте... Икенсе ишеккә йоҙаҡ аҫылғайны. Алдаҡ ҡына түгел, ысынлап бикләнгән, асҡыс менән бороп. Ғәҙәт иткәнсә, ишек башын үрелеп һәрмәне. Әһә, асҡыс шунда икән. Әллә ҡулындағы асҡыстың һалҡын тимере шулай тәьҫир итте, ҡапыл боҙ төштө әбейҙең йөрәгенә: ҡолағына сабыйҙың сеңләп илағаны ишетелде.
Асып инде. Дүрт һанына баҫып, ишек төбөндә тиерлек бер тере йән эйәһе тора ине. Әбей менән ул күҙгә-күҙ текләште. Икеһе лә бер-береһен ят итеп, ҡурҡып ҡараны. Әбей иҫен йыйып алды, тирә-яҡты байҡаны: ҙур ғына бүлмә, мөйөштәрәк эт ояһына оҡшаған бер ҡаралты тора, стенала – уймаҡ тәҙрә, тышҡа ҡарай. Ә ҡайҙа теге сабый? Илағандай ине ләһә, ишетте ләһә? Төпкәрәк үтмәксе булды, иҙәндә һуҙылып ятҡан нәмәгә эләгеп йығыла яҙҙы. Тимер сынйыр имеш.
Ярабби! Ярабби!!! – әбейҙең тауышы сыҡманы, уның эсендәге булмышы шулай асырғанып һөрән һалды.
Быуындары бәлйерәп, иҙәнгә тубыҡланды. Теге аңлайышһыҙ йән эйәһе менән уның ҡаршыһында тубыҡланған әбей тағы бер-береһенә текләне. Күҙҙәр... Берәйһе күрһә, уларҙың ҡараштарында бик күп оҡшашлыҡтар табыр ине, моғайын. Сабый һәм ҡарсыҡ. Ярҙамһыҙ, сараһыҙ икәү.
Әбей ҡаршыһындағы йән эйәһен тотоп ҡапшап сыҡты. Тегеһе ҡарышманы, өркмәне. Ярабби! Был анау бала лаһа!? Атларға өйрәнә торған ғына сағында уны кем тығып ҡуйған бынау ҡурҡыныс ҡалыпҡа: сер яланғас көйө, дүрт һанына баҫтырып, турая алмаҫлыҡ итеп?
Ә күҙҙәресе сабыйҙың, түҙеп торғоһоҙ зар эркелгән күҙҙәре... Әбей ҡайыш, ҡаҙаҡ менән ҡоршап, ағастан яһалған ғәләмәт ҡалыпты емерергә уҡталды, бармаҡтарын имгәтеп бөттө – бер ни ҙә ҡыла алманы. Зиһене буталды, рухы ғажиз булды. Тирә-яҡты һөрөм баҫты... Ҡаты итеп төртөүҙән ауыртынып иҫенә килде. Ишек буйы булып ҡыҙы баҫып тора ине. Ҡыҙымы, әллә Ғазраилмы? Юҡ, Ғазраил ул тиклем ҡурҡыныс түгелдер, ни тиһәң дә, фәрештә бит әле – бурыстың ғына ауыры төшкән уға...
Әбей шыуышып барып стенаға һырынды. Йөҙөндә үсле ҡиәфәт ҡатып ҡалған бер ҡатын (юҡ-юҡ – уның ҡыҙы булмаҫ!) сыбыртҡы шартлатты. Баяғы нарасый йән, оҙон сылбырын һөйрәп, эт ояһы яғына тәнтерәкләне. Уның бит турайып баҫҡыһы киләлер – әҙәм балаһы лаһа! Ошо уй әбейҙең былай ҙа бәлтерәгән йөрәген бысаҡ булып телде. Уның һүнеп барған аңына килеп ингән һуңғы күренеш гүйә фоторәсем кеүек үҙгәрмәҫ бер рәүештә ҡатып ҡалды: ҡатын-ҡыҙ килбәтендәге яуыз берәү кескәй йән эйәһенә киҙәнде, яман итеп аҡырҙы: Кайзер, место! Место, Кайзер!..»
Ҡатындың ҡаҡ иҙәндә йән-тәслим булған әсәһендә ҡайғыһы юҡ. Әлфир менән Заһираның ғәзиз балаһын, әҙәм затын, көсөк тип һанап, ахырҙа унан эт яһау – бар көҫәгәне шул. Кайзер тип үлгән эттәренең ҡушаматын да йәбештереп ҡуйҙы. Ә бит малайҙың мулла ҡушҡан исемен дә белә ине: Айнур. Онотолдо Айнур, юҡ ителде, эт ителде...
                          ***
Өс йылдан ашыу әйләндерәләр эткә Айнурҙы, туҙға яҙылмаған, ҡолаҡ ишетмәгән был енәйәтте ҡылған ике вәхшиҙең тәфсирләп һөйләгәндәрен тыңлау Сыңғыҙ Әхәтовичтың ихтыяр көсөнә иң ҙур һынау булғандыр, бәлки. Ул икәүҙе үлтерә һуҡҡыһы килде уның. Закон һағында тороусы вазифалы кеше булмаһа, атып йығыр ине һымаҡ шуларҙы. Сөнки ул күрҙе бит Кайзер ителгән Айнурҙы. Күрҙе бит уның түҙеп торғоһоҙ зарлы күҙҙәрен. Эйе, зар бар ул күҙҙәрҙә һәм улар моңһоҙ ҙа түгел. Тимәк, өмөт бар? Консилиум уҙғарған профессорҙар бик өмөтләндермәне шул. Һөйәктәре утыҡмаған, быуындары ла тал сыбыҡтай әле, уны арт һанына баҫтырырға, турайтырға, ғөмүмән, анатомияһын төҙәтергә мөмкин дә булыр, ә бына психикаһын... Шундайыраҡ фекерҙәләр. Аңлай Сыңғыҙ Әхәтович – иң ауыры зәғифләнгән рухты сәләмәтләндереү, имгәнгән күңелде имләү. Тормош һынауҙарын еңә алмайынса, шарт һынған имәндәй ирҙәрҙең яҙмышы ла әҙ теркәлмәне уның ҡулынан үткән «дело»ларҙа.
Айнурҙы (ул бит – Айнур!) әле ата-әсәһенә күрһәтмәнеләр. Суд та, моғайын, ябыҡ булыр, баланы унда килтермәҫтәр. Фотографиялары менән эш итерҙәр. Бөтә ҡалаға мәғлүм инде был фажиғә, ундай ғибрәтле эштәрҙе, сейфта тотһаң да, барыбер халыҡ белеп ҡала. Уйҙырмалар артыҡ ҡабармаһын өсөн, ысынын гәзиткә яҙырға тура килер. Суд ҡарары булғас инде уныһы...
Сыңғыҙ Әхәтович янына бер хәбәрсе лә килеп урағайны. «Ниндәй сәбәптәр арҡаһында шундай бәғерһеҙгә әйләнгән ул ир менән ҡатын?» – тип төпсөндө. Әйтерһең, ундай һорауға теүәл генә яуап биреп була. Әйтерһең, тәфтишсенең йөрәген игәмәй ул һорау. Игәй, әле һаман, «дело» осланғас та, игәй. Балалары булмаған, шуға күңелдәренә шәфҡәт ояламағанмы? Балалары булыр ине, ҡатын тәүгеһенә аборт яһатҡан, имгәнеп ҡалған. Бәлки, шул аборт булғандыр ҙа ул икәүҙең тәүге енәйәте.
Сыңғыҙ Әхәтович белә, ул икәү үҙҙәрен ғәйепле лә тоймай: «Беҙ кеше үлтермәгән, Кайзерыбыҙ иҫән булһа, нимәгә кәрәк ине беҙгә ул имгәк?” – тиҙәр. Ниндәй генә һирәк тоҡомдан булмаһын, эт башы менән кеше башы тиң була алмай! – аңламайҙар. Әлфирҙең ҡылығы ла әҙәмсә түгел, шул арҡала ғаиләһен ниндәй оло ҡайғыға һалды.
...Телефон шылтыраны. Сыңғыҙ Әхәтович, уйҙарынан арынып, тағы ла тышҡа күҙ һалды. Ҡабаттан ябалаҡлап ҡар яуырға тотонған. Күк һаман да ерҙәге бысраҡты ҡапларға, ағартырға тырыша.
– Дежурһыңмы? – Азаматов гелән шулай киҫәк кенә һөйләшә.
– Түгел.
– Ә, теге «дело» тынғылыҡ бирмәйме?
– Иртәгә прокурорға тапшырам.
– Ҡотолаһың.
– Тиҙ генә ҡотолоп булмаҫ әле...
– Аңлайым. Шулай ҙа башыңдан уны тиҙерәк сығар.
– Практика үткәндә ҡот осҡос енәйәт ҡыланғайны ҡалала, шуны хәтергә төшөрөп ултырҙым.
– Ә-ә, мин дә иҫләйем. Шунан?
– Ул саҡта иң ҡурҡыныс ваҡиға шул булған минең өсөн.
– Иртәгәләрҙә юл айҡан...
Азаматов, ғәҙәтенсә, трубкаһын ҡырт ҡына һалып ҡуйҙы.
Ҡыҙрасов өҫтәлдәге папкаларҙы кире сейфына йәшерҙе. Төйөн төйнәлгән, енәйәт иҫбатланған. Ҡалғаны – суд хөкөмөнә.
Өҫтәленең иң аҫҡы тартмаһын асты. Төптә ятҡан зәңгәр тышлы ҡалын дәфтәрҙең тәүге битен асты. Уҡыны: «Ошонан да яманыраҡ йыртҡыслыҡ юҡтыр?!» Шунан әлеге һүҙҙәр тәңгәлендә аҡайып торған һорау билдәһенә текләне. Бер ҡарарға килергә кәрәк ине уға – һорауға яуап бирергә.
Стенаға уҡмашҡан мейе һәм ҡан, иҙәнгә тәгәрәп төшкән имсәк балаһы, карауат башында эленеп торған һыңар толом... Ҡот осҡос енәйәтте ҡылған атай кеше, ҡулға алынғас, йәтим ҡалған сабыйын, ҡыйралған яҙмышын ҡыҙғаныптыр, йән әсеһе менән үкереп иланы. Араҡы зәһәре, боҙоҡ күңеле, ҡулында шул минутта ҡороулы мылтыҡ булыуы, һөйәркәһе тарафынан кәмһетелгән ирлеге – бөтәһе-бөтәһе бергә ҡушылып, ҡәһәрле бер сәғәт һуғып, уны енәйәткә этәргән. Аңы буталған, ҡоһоро ҡайнаған, һыуынырға әмәле табылмаған. Аҡлап булмай, аңлатып, һәр хәлдә аңлатырға тырышып була уның енәйәтен. Ә Айнурҙы һәләк итеүселәрҙе – аҡлау түгел, аңлау ҙа мөмкин түгел! Уларҙың ҡара ниәттәренән кире сигенергә, тәүбәгә килергә ваҡыттары минуттар менән сикләнмәгән бит. Әсәй һынлы әсәй йән биргәс тә аҡылға килмәгәндәр. Дүрт йылға яҡын, меңдәрсә көн, ап-айныҡ баштан атҡарғандар енәйәттәрен!
Ҡыҙрасов зәңгәр тышлы дәфтәрҙе йәнә ҡулына алды. Теге һорау билдәһе эргәһенә яуап яҙҙы, бер генә һүҙ: «Бар». Яҙғанын дәлилләп, әлеге «дело»ның номерын теркәне.


2013 йыл