Асмандар быйыл атаһы, әсәһе менән диңгеҙ буйына ял итергә барҙы. Мысыр (Египет) тигән илгә. Һауаға күтәрелеп, оҙаҡ-оҙаҡ остолар...
Осҡос ҙу-ур икән ул, өй дәүлек. Ерҙән ҡарағанда ғына бәләкәс кеүек икән.
Асмандар менән уның дуҫы Алмас та юлға сыҡты. Бер үҙе генә түгел инде, шулай уҡ атаһы, әсәһе менән.
Уларҙы ҡунаҡхана тип аталған матур йортҡа урынлаштырҙылар.
Һәр иртә малайҙар ололар менән бергә диңгеҙгә һыу инергә йөрөнө. Диңгеҙ - ул күл кеүек. Тик үтә тәрән, ҙур, хатта теге яҡтағы яры ла күренмәй. Һыуы тоҙло. Шул һыуҙа балыҡтар, ҡыҫалалар, диңгеҙ терпеләре, тағы әллә ниндәй йән эйәләре йөҙөп йөрөй - атамаларын белеп бөтөрлөк түгел.
Ашханала балыҡ ашағанда Асман атаһынан былай тип һораны:
- Тоҙло һыуҙа йәшәгәс, бында балыҡтар бик тоҙло булалыр инде, эйе бит?
Ололар йылмайышып ҡуйҙа. Шунан атаһы:
- Юҡ, улым, тоҙло һыуҙа йәшәгән йән эйәләре бер ҙә тоҙло булмай, - тип яуапланы.
- Ә нисек улар тоҙланмай?
- Тәндәренә тоҙ һеңһә, улар йәшәй алмаҫ ине.Тәңкәләре менән тиреһе һаҡлай.
Малайҙар көн дә һыу инделәр, ҡояшта ҡыҙындылар, ҡабырсаҡтар йыйҙылар.Ҡыҙыҡ, ҡабырсаҡтарҙан ылымыҡ еҫтәре сығып тора. Ә бер көн Асман яр буйынан үрмәләп китеп барған йән эйәһен күреп ҡалды. Әсәһе аңлатыуынса, краб булып сыҡты ул. Ҡарап торғанда дәү үрмәксегә лә, ҡыҫалаға ла оҡшаған кеүек, үҙе ҡаты тышлы, тәпәйҙәре ҡыҫҡыслы. Малай табышына һөйөндө, әсәһенән уны бүлмәгә алып ҡайтыуҙы һораны. Банкаға диңгеҙ һыуы һалып, алып ҡайттылар.
Иртәгәһенә крабты ҡарарға Алмас дуҫы килде. Ул инде мәктәпкә барырға йыйына, шуға 4 йәшлек Асманға аҡыл өйрәтергә ярата. Етмәһә, Өфөлә уларҙың аквариумы ла бар. Күпте белә инде Алмас, күпте белә. Шуға күрә банкала борһаланған крабты күҙәтеп торғас, кәңәш биреүҙе кәрәк тапты:
- Аквариумдың һыуын йыш алыштырып торорға кәрәк, юҡһа ул тынсый ҙа, эсендәге йән эйәләре үлеп бөтә.
Асман краб үлеп ҡуйыр тип бик борсолдо, шуға банкалағы һыуҙы алыштырырыға булдылар. Икенсе бер банкаға крандан һыу ағыҙҙылар ҙа, крабты шунда төшөрҙөләр. Ул тыпырсынып төшөп китте лә, ҡорһағына әйләнеп, былҡ итеп өҫкә ҡалҡып сыҡты һәм ҡыбырламаҫ булды.
Асман ҡыҫҡыслы дуҫына ни булғанын да аңлай алманы. Шул саҡ балконда кер элеп йөрөгән әсәһе килеп инде.
Асман уға банканы күрһәтте, күңелһеҙ генә:
- Ҡара әле, краб нишләптер ҡыбырламаҫ булды, - тине.
Әсәһе банкалағы һыуҙы алыштырғандарын белгәс, ах итте:
- Үлгән инде крабың, ул бит диңгеҙ һыуында ғына йәшәй ала.
Асман да, дуҫы Алмас та крабтың һәләк булыуына сәбәпсе булған өсөн бик ҡайғырҙылар, илап та алдылар. Асман яңы дуҫын бик яратып та өлгөргәйне.
Бергәләп яр буйына сығып, крабты ҡомға күмделәр.
Өфөгә кире ҡайтып киткәнсә Асман яр буйында гел краб осрамаҫмы тип аяҡ аҫтына ҡарап ҡына йөрөнө. Тик башҡаса осраманы малайға яңы дуҫ.
Ҡайтыр юлға сыҡҡас, Асман осҡос тәҙрәһенән күренгән диңгеҙ ярына ҡарап:
- Ғәфү ит мине, крабҡай, мин һине әрәм иттем, - тип бышылданы һәм күҙҙәренән йәштәре тәгәрәп төштө. - Һинең тоҙло диңгеҙ һыуында ғына йәшәй алғаныңды мин белмәнем шул...