Jump to content

Яҙғы боҙ. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Яҙғы боҙ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Яҙғы боҙ


Яҙғы боҙҙан атлап барам,
Яҙғы боҙ өҡтө йоҡа.
Ир бирмәкте йән бирмәк, тип
Атамағандар юҡҡа.

Аҡыллы ла, сибәр ҙә һин,
Әхирәтем, көндәшем.
Ҡулыңды ал йәнемдән, тип
Мин шым ғына өндәшәм.

Яҙғы боҙҙан шыуа һантый
Алабарман абышҡа.
Боҙҙар ирер, йән иремәҡ,
Йәйең әйләнһә ҡышҡа.

Һине ымһындырған ул һын –
Минең йәндең һүрәте.
Йөрәгемдән ал ҡулыңды,
Көндәшем-әхирәтем!