Jump to content

Яңы бит

From Wikisource
Яңы битте асам (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 09.05.1986. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (83-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Яңы битте асам


Яңы битен астым дәфтәремдең,
Асҡан кеүек тәҙрә ҡорғанын.
Күрер өсөн шаршау артында
Йәки ҡояш, йә ай торғанын.

Күҙҙәремде йомам. (Ҡурҡыныс!)
Ниндәй һүҙҙәр юлға теҙелер?
Сәскә атыр яҙҙың моңомо?
Үткән һағыштарым эҙеме?

Ай ҡурҡыныс.
Асһам күҙҙәремде,
Ай-йондоҙһоҙ төнгә аумаммы?
Һағыш нуры тулы яңғыҙ айҙың
Һалҡын һағышынан туңмаммы?

Ә шулай ҙа асам яңы битте.
Асҡан кеүек донъя пәрҙәһен,
Үтелмәгән юлдар, сер һәм өмөт,
Алға, һәр саҡ алға әйҙәһен!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.