Яңы йыл байрамы (кескәй төркөм өсөн сценарий). Рита Кутлуева һәм Гүзәл Закирова
Кескәйҙәр төркөмөнөң Яңы йыл иртәлеге ( сценарий ) |
Мәсетле районы, Ҡотош ауылы, Йәйғор балалар баҡсаһы, 2012 йыл |
Яңы йыл байрамы
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү.
Йыһаздар: үтә күренмәле туҡыма, ҡуяндар маскаһы, төлкө кейеме, шылтырауыҡтар.
Байрам барышы
Ҡуян: Беҙгә ҡунаҡҡа шыршы килгән. Бүлмәлә матур булып ултыра. Ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һаман да килмәйҙәр. Бәлки йырыбыҙҙы ишетеп килерҙәр.
Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин Ҡарһылыу, Ҡыш бабайҙың ҡыҙы булам. Һеҙҙең менән танышып алайым әле. (Һәр бала менән иҫәнләшеп сыға). Шыршығыҙ ниндәй матур! Уттары ниңә янмаған һуң? Әйҙәгеҙ бергәләп ҡабыҙайыҡ.
Ҡуян: Әйҙәгеҙ барыбыҙ ҙа бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ, күңеллерәк булып китәр ине.
Барыһы бергәләп: Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!
Ҡыш бабай: Ай-һай! Бигерәк шәп малайҙар, бигерәк матур ҡыҙҙар йыйылған икән шыршы эргәһенә. Мин һеҙгә бер мишәк бүләк килтерҙем, һеҙ миңә йыр, бейеү бүләк итерһегеҙ.
Ҡуян: Ҡыш бабай! Ҡарһылыу! Һеҙ бит беҙҙең ҡунаҡтар. Тәүгеләрҙән булып бейеп алһағыҙ, бик шатланыр инек.
Ҡуян: Балалар, хәҙер беҙ Ҡыш бабайға йыр йырлап бүләк итәйек.
Ҡуян: Ҡыш бабай беҙ һине оҙаҡ көттөк, һағынып бөттөк. Саҡ ҡына шаярып уйнап алаһы килеп китте.
Ҡыш бабай: 1,2,3,4,5 – кем йәшенгән, кем юҡ, эҙләйем.
Ҡыш бабай: Юҡ, бында балалар түгел бесәйҙәр икән – тип китә башлай эргәләренән. Балалар йәшенгән урындан килеп сығалар. Ах, һеҙ бына ҡайҙа булғанһығыҙ икән! Икенсе тапҡыр уйнағанда эт булып өрәләр.
Төлкө: Әле генә уйынсыҡтар тауышы ишеткәйнем. Ҡайҙа булды һуң матур уйынсыҡтар?
Төлкө: Бына тағы ишеттем шылтырауыҡтар тауышын, ҡайҙа һуң уйынсыҡтар? (иларға була). Уйынсыҡтарҙы күрәһем килә.
Ҡуян: Минең йырҙы йырлап алайыҡ әле, балалар!
Ҡыш бабай: Бигерәк матур булды йырығыҙ ҙа, бейеүҙәрегеҙ ҙә. Минең шиғыр тыңлаһы килә бит!
|} |}