Jump to content

Ғаиләм ҡосағы. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Ғаиләм ҡосағы (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ғаиләм ҡосағы


Томанлы эңере…
Иртәнге ысығы…
Иркәләп уятҡан
Ғаиләм ышығы.

Наҙ бирҙе, йәм бирҙе
Һөйөүең ҡосағы.
Гөлт итеп тоҡанды
Ғаиләм усағы.

Ҡоштар ҙа парлашып
Күктәрҙә кәйелә.
Ирекле, шәфҡәтле
Бер бөтөн ғаилә.

Елдәрҙән һин һаҡла,
Һөйөүем усағы!
Һин йәнем ышығы,
Ғаиләм ҡосағы.