Ә һин рәссам. Ҡарашыңа батам — Аяҡ ослап баҫам, Һине асам. Ә һин шағир. Тыңлап туялмайым. Аңлап туялмайым. Һин бик маһир. Ә һин ғашиҡ. Мәғриб менән Мәшриҡ Ҡауышҡандай, шашып, Миңә Ашыҡ!