Башҡортостан, илем, һиңә һүҙем –
Ҡылғандарҙың елгә бышылдауы,
Шишмә, йылғаларҙың тулҡын шауы,
Толпар аттың тояҡ тупылдауы
Йөрәк тибешемә ҡушылғаны…
Башҡортостан, илем, һиңә һүҙем –
Башаҡтарҙың емгә тулышҡаны,
Бал-шәрбәтле сәскә яланыңда,
Елбер күбәләктәр араһынан
Ҡоралайҙар сабып уҙышҡаны.
Күҙҙәреңә – зәңгәр күлдәреңә
Мин һаман да текләп өнһөҙ ҡалам.
Уйымда ла, һүҙемдә лә – һөйөү!
Һинең менән бергә йөрәк ярам.
Ниндәй генә хәлгә тарыһаң да
Берҙән-бергә, һөйгән йәргә тиң юҡ.
Башҡортостан, ғәләм ҡосағында
Беләм, һиңә тиңләшерлек ил юҡ!
Башҡортостан!
Шанлы үткәнең бар!
Донъя шаулатырлыҡ даның бар!
Башҡортостан, йәшә, ғорур йәшә,
Мәңге һиңә тоғро халҡың бар!