Ғәжәп инде беҙҙең ғүмер. Араларҙа – аралар… Кем һуң минең йөрәгемде Яраларҙан аралар? Икәүләшеп ситән үреп Ҡорған оя – ситлекме? Башҡаларға – көләс йөҙөң, Миңә — ҡырыҫ битлекме? Мосафир йән, юлдарыңдан Ҡайырылып ҡарасы! Гел офоҡҡа төбәлгән шул Йәргенәмдең ҡарашы.