Jump to content

Ҡарға менән тейен. Гәрәев Динар

From Wikisource
Ҡарға менән тейен
автор Гәрәев Динар

Ағиҙел ҡалаһы Башҡорт гимназияһының 4 синыф уҡыусыһы

Ижад итеү ваҡыты: 2010. Сығанаҡ: Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙының сайты


* * *


Бына кис еткән. Бөтә йәнлектәр йыйылып Мәмәдел ауылына киттеләр .Яңы йыл ҡаршыларға. Ҡарға тейендән:" һин ҡайҙа бараһың"- тип һораған." Мин ауылға барам"- тигән тейен."Унда нигә бараһың, барма күңелһеҙ була бүләктәр ҙә бирмәйҙәр"- тигән ҡарға. "Ярай улай булғас бармайым"- тигән тейен . Ҡарға үҙе матур кейемдәрен кейеп Яңы йыл байрамына барған ти. Был ваҡытта тейен өйҙә илап ятҡан. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уның илағанын ишетеп өйгә ингәндәр. Тейенде үҙҙәре менән Мәмәделгә шыршы байрамына алып киткәндәр. Тейен байрамда шиғыр һөйләгән, йыр йырлаған һәм бик күп бүләктәр алған. Ҡыш бабай алдашҡаны өсөн ҡарғаға бер ниндәйҙә бүләк бирмәгән, ти. Алдашырға ярамай шул.