Jump to content

Ҡырҡалдар (әкиәт)

From Wikisource

Ҡырҡалдар


Әүәлгә заманда алдаҡсылығы менән дан тотҡан Ҡырҡалдар исемле бер кеше йәшәгән. Уның даны алыҫ ауылдарға таралған. Үҙен аҡыллыға һанап йөрөгән бер мулла ла был турала ишетеп ҡала.

— Туҡта, мине алдай алырмы икән был Ҡырҡалдар? Һынап ҡарайым әле,—тип уйлай ҙа, кырандас егеп тороп, Ҡырҡалдар янына Китергә сыға. Ҡырҡалдарҙың өйөнә килеп инһә, теге өйҙә юҡ икән. Бисәһенән һораша:

— Ҡырҡалдар өйҙәме, ҡайҙа?

— Ана сусаҡ битендә бесән сабып йөрөй,— ти Ҡырҡалдар-ҙың ҡатыны. Мулла аты менән Ҡырҡалдар бесән сабын йөрөгән ергә киткән.

Атлы кешене күргәс тә, Ҡырҡалдар эште һиҙеп ала. Бер өйөм тиҙәкте таҡыяһы менән ҡаплай һала ла шуны тотоп ултырған кеше була. Мулла килеп етеп, сәләм бирә лә:

— Һине дан тотҡан алдаҡсы тип әйтәләр, алда әле, давай, мине лә,— ти.

— Бик алдар инемдә, алдар тоҡсайым өйҙә тороп ҡалған шул,— тип яуап ҡайтарған Ҡырҡалдар.— Етмәһә, бынауы таҡыя аҫтындағы тутыйғош осоп сығып китеүе бар.— Булмаһа, таҡыяңды үҙем тотоп торормон, бар, мпнең ат менән генә ҡайта һалып алып кил,— ти икән ҡыҙып алған мулла.

— Ярай, улай булғас,— ти ҙә Ҡырҡалдар атҡа ултырып ҡайтып та китә. Мулла таҡыяны тотон ултырып ҡала. Ҡырҡалдар мулланың өйөнә бара ла, абыстайға:

— Мулла өс йөҙ һум аҡса биреп ебәрергә ҡушты, ышанмаһаң, ана атына ултырып килдем,— ти. Абыстай, ышанмай ни, ышана инде: Ҡырҡалдарға аҡса биреп ебәрә.

Ҡырҡалдар мулла тороп ҡалған яҡҡа сығып китә лә, байтаҡ юл үткәс, кырандасҡа күп итеп бесән һала ла, атын үҙ яйына ҡуйып, үҙе шуның аҫтына инеп ята.

Был ваҡытта мулла һаман таҡыяны тотоп ултыра икән., Бик күп ваҡыт уҙғас ҡына, яланда йөрөгән атын күрен, үҙенең алдан-ганлығын аңлаған.

— Үҙенә лә күрһәтәйем әле, үлтерә һуғайым да ҡуяйым тутыйғошто,— тип таҡыяға таслата һуғып ебәрә, шул ыңғай баштан-аяҡ тиҙәккә ҡойона. Хур булып, ғәрләнеп, үртәләнеп ҡайтып китә.

Мулла ҡайтып етеп, ат туғарып өйөнә кереүгә, Ҡырҡалдар ҙа йәшенгән урынынан төшөп, тәҙрә янына килгән дә тыңлай башлаған. Мулла ҡатынына Ҡырҡалдарҙан алданыуын һөйләгән:

— һин уны әйтәһең әле. Өҫ-башыңды йыуҙың — таҙарҙың. Минән өс йөҙ тәңкә аҡса алып китте бит ул,— ти ҡатыны.

— Ниндәй өс йөҙ тәңкә ул тағы?

— Һуң, һин һората тип, Ҡырҡалдар килеп алып китте лә баһа.

— Ах, аңра! Күрәләтә кешегә аҡса биреп ултырамы кеше?

— Бөтәһе лә һинең үҙеңдең аңралығың арҡаһында ғына булды! Мин нишләп аңра булайым. Үҙең атыңды биреп тороп ебәргәс һуң, бирмәй нихәл итәйем.

Мулла менән абыстай шулай икәү ара зыу-ғәләмәт һүҙгә килешәләр. Ә Ҡырҡалдар ауыҙ йырып тыңлап тора. Шунан мулла:

— Ҡырҡалдарҙан үсемде алмаһам, ошо бүркемде кейгән мин булмайым! — тип бүркен күтәреп һуҡты, ти.— Үс -итеп ҡыҙын урлаясаҡмын,— тип ҡәһәтләнде, ти.

Ҡырҡалдар тиҙ генә йүгереп ҡайтҡан да, ҡыҙының кейемдәрен кейә һалып алған. Кис булғас, Ҡырҡалдар ҡапҡа төбөнә сығып ултырған. Бына бер саҡ ат менән сә!ң борҡотоп, ҡапҡа төбөнә мулла килеп туҡтаған. Ҡараңғыла танымай, ҡыҙҙар кейеме кейгән Ҡырҡалдарҙы эләктереп алған да ултыртып алып та ҡасҡан.

— Йәтеш булды әле, үҙен дә алдаттым,— тип ҡыуанған мулла. Өйөнә ҡайтҡас, «ҡыҙҙы» үз ҡыҙҙары янына йоҡларға индереп һалған... Ҡырҡалдар

Икенсе көндө ауылдан каруан үтеп бара икән. Мулла «ҡыҙҙы» шуларға һатып ебәргән.

— Атайың мине алдағайны, хәҙер ҡыҙһыҙ тороп ҡараһын әле,— тип әсе көлә икән үҙе.

Каруансылар алдағы ауылда ялға туҡтағас, аттарын һыу эсергә алып китәләр Шул арала Ҡырҡалдар арбанан төшә лә ҡаҫа.Тиҙ генә ҡыҙ кейемдәрен һалып ташлай ҙа үҙ кейемендә ауылға ҡайтып китә. Бер аҙ барғас ҡараһа, артынан ҡыуғынсылар килә, ти. Ҡырҡалдар янына еткәс:

— Ағай, ошонан бер ҡыҙ үткәне күренмәнеме?— тип һорайҙар.

— Мулланың ҡыҙын әйтәһегеҙме?

— Эйе, эйе.

— Ул ни әйенә ҡарай һалдырып ултыра ине.

Шулай тигәйне, тегеләр йән-фарман тороп саптылар, ти.

Ҡырҡалдар эстән генә көлөп, үҙ юлы менән бара биргән. Ауылға ҡайтып етеп килһә, ҡыуғынсылар быға ҡаршы килә ята, ти. Ҡараһа — тегеләр сыр-сыу килтереп, мулланың ҡыҙҙарын алып китеп баралар, ти. Ҡулдарын болғап, нимәлер кысҡыра-ҡысҡыра килгән муллаға ҡамсы менән тамыҙып-тамыҙып алалар, ти.

Шулай итеп, мулла Ҡырҡалдарға этлек эшләйем тин, үҙе һемәйеп ҡалған, ә Ҡырҡалдар үҙ өйөнә тыныс ҡына ҡайтып етеп, һаман рәхәтләнеп алдап йәшәп ята, ти.