Jump to content

Ҡыҙымдың 18 йәшенә. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ҡыҙымдың 18 йәшенә. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Әле генә һине, балам,
Ҡулдарыма алған инем,
Аҡ бәхеттәр юрай-юрай
Аҡ биләүгә һалған инем.

Ҡасан ғына яңғыҙ аҙым
Атларға ла ҡурҡа инең,
Ике ҡуллап сытырлатып
Ҡулдарымдан тота инең…

Ҡасан ғына… Әле бына
Йәшлек дәрте күҙҙәреңдә,
Хыялдарың – күңелеңдә,
Ҡанаттарың – иңдәреңдә.

Ун һигеҙ йәш! Яҙмышҡайың
Мәрхәмәтле булһын, балам!
Ҙур тормошҡа, оло юлға
Фатихамды биреп ҡалам.

Хыялыңды толпар итеп,
Белемеңде ҡанат итеп,
Йәшлегеңдең Аҡбуҙаты
Алып китер һине елеп.

Арымаһын-талмаһындар
Хыялыңдың ҡанаттары,
Бәхетле бул, балаҡайым!
Мин теләйем һиңә тағы:

Сәләмәт бул, иптәшле бул!
Мөхәббәтле, бәхетле бул!
Оло матур тормошоңа,
Балаҡайым, хәйерле юл!