Jump to content

Ҡәлғә. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Ҡәлғә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ҡәлғә


Ҡәлғәңме ул һинең ғаиләң?
Уйланырлыҡ бар бит урын.
Ғаиләңдең һин хеҙмәтсеһе,
Күрмәһәң дә өйөң түрен.

Ҡәлғәңме ул һинең ғаиләң?
Ишетмәнең бер ауыр һүҙ
Һин ситтәрҙән.
Үҙ өйөңдә —
Ҡолағыңды ҡапла ла түҙ!

Яҡлар, һаҡлар ҡәлғәң һинең
Хыял көйө ҡалған әллә?
Хыял селпәрәмә килде –
Селпәрәмә килде ҡәлғә.