Jump to content

Үҙемдең күңелем

From Wikisource
Үҙемдең күңелем (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2002.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (56-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Үҙемдең күңелем


Үҙемдең күңелем, үҙемдең донъяма
Һуҡмаҡты ярырға самалап,
Шырлыҡта сырмалам:
Шиктәрем, әрнеүем –
Энәле ҡыуаҡҡа ҡамалам.

Ҡанаһын йөрәгем, энәгә ҡаҙалып,
Табырмын ахырын ғазаптың –
Хоҙай бит кешене хыялын белергә,
Шиктәрен еңергә яралтҡан.

Томанға уранам,
Үҙемдә юғалам.
Бәхетем утрауы – йөрәгем.
Ҡайҙарға китһәм дә
Был юлдар минеке,
Бер ҡасан юҡ унда өҙәрем.

Бәхетле был мәлем –
Йәшәйеш томанда,
Бары тик күңелем салт аяҙ.
Урамда һары көҙ,
Йөрәктә йәм-йәшел
Үләндәй йәшәреп, шыта яҙ!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.