Jump to content

Һанап ҡарағыҙ әле!(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Һанап ҡарағыҙ әле! ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Һанап ҡарағыҙ әле!


 Нур биштә, сөнки Саматтан
 Ҙурыраҡ ике йәшкә.
 Яңыраҡ Нурҙың йәшенә
 Саҡ етте Гөлйемеш тә.
 — Өҫөгөҙҙөң йәшендәмен —
 Ун өстә,— тине Ғәли.
 Самат менән Гөлйемешкә
 Нисә йәш тулды әле?

 


1993 йыл