Өс менән игеҙ туғандай Яҙыласы “З” өнө. Шуға “Зилә - Өсилә” тип Ирештерҙем бер көнө. Ә ул мине Гүөсәл тип Үсекләргә тотондо. “Ғәфү ит тә ғәфү ит”, - тип Үҙенән саҡ ҡотолдом.
Өс мөйөшлө бөйөрөктәр Бешерҙем мин байрамда, Ниндәй оҫта икәнһең тип Әсәйемдәр хайрандар. (Дауамы – 6 һанында)