Ташлытау артындағы һаҙлыҡҡа яҡын ерҙәге ҡурай еләклегенә ҡыҙҙар үҙебеҙ генә барырға шөрләйбеҙ. Ундағы еләктең суҡ-суҡ булыуын, уғата эрелеген белһәк тә, берәр оло кешенең, эштән бушап, эйәртеп алып барыуын көтәбеҙ. Ә өлкәндәрҙең еләктә эше юҡ. Көн матурҙа бесән менән булаша.
Өләсәйемдең бик теңкәһенә тейгәс, көндәрҙең береһендә ул мине теге һаҙлыҡ яғына алып китте.
Электән өйрәнгән ерҙәребеҙҙән үткәндә күңелле генә атлаһам да, һаҙлыҡ тирәһенә етәрәк шымып ҡалдым. Бигерәк шомло шул. Был тирәлә убыр ҙа бар, тиҙәр. Ләкин өләсәйем янында һыр бирмәҫкә тырышам. Ул оҙон бәбәй итәктәрен алъяпҡысына ҡыҫтырып, көйләй-көйләй ашыҡмай ғына еләк тирә. Үҙе тып-тыныс. Мин уны күрә-күрә йөрөйөм. Еләккә ни әйтәһең, тамыллйып ултыра. Мин бер ҡыуаҡтан икенсегә, унан өсөнсөгә күсеп, эрерәктәренә алдана биреберәк, һаҙлыкҡа яҡыныраҡ китеп барғанымды ла һиҙмәгәнмен.
Бә-ә-ә!...— Бәй, әллә һарыҡ бәрәсе баҡыра ул? Был һаҙлыҡты юҡҡа ғына, мал-тыуарҙы арбап ятыусы убыр, тимәйҙәр икән. Тирә-яғыма күҙ һалам.
Бә-ә-ә!— Тауыш юғарынан килә кеүек. Күктә осло суҡышлы, сыбар ҡанатлы ят ҡош атылып оса.
Өләсәй, әллә һаҙға һарыҡ бәрәсе батҡан ул?...
Ҡайҙа?— Өләсәйем, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, Һаҙлыҡҡа текләп ҡарай.— Бер нәмә лә күрмәйемсе.
Шунан ул башын юғары күтәреп күккә ҡарай һәм көлөп ебәрә.
Һаралйын бәрелдәй бит.
Һаралйын, тиһеңме? Уныһы нимә була?
Ҡош. Һаҙ ҡошо,— ти өләсәйем.— Элегерәк күп була торғайны. Хәҙер әллә бөткәнме икән, тип уйлаһам, бар икән әле. Талғын ғына осҡанда тауышын ишетәһеңме?
Юҡ. Ҡош үҙе, ана, осоп йөрөй. Бәрелдәгән тауышы ишетелмәй.
Бә-ә-ә!
— Ана, ҡапыл уҡтай атылғанда тауышы ла сыға. Ҡанаттары менән ҡойроғо дерелдәй ҙә, һарыҡ бәрәсе тауышын сығара. Үҙен күр әле, бәләкәй генә. Был ҡоштоң икенсе исеме лә бар: күк бәрәне.
Ошо өләсәйем менән йөрөһәң, бер ҡыҙыҡҡа юлыҡмай ҡалмайһың инде ул. Үҙе лә бит — торғаны бер китап.