Jump to content

Һепертмә буран. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Һепертмә буран. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 10.12.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Һепертмә буран


Ер өҫтөнән ҡар ҡыуалай
Һепертмә буран…
Һөйгәнемдең киткән эҙен
Һепермә, буран!

Ай – күктә, мин ерҙә яңғыҙ,
Тын ҡалған урам…
Бүре булһам, олор инем –
Торам да торам…

Йөрәк ярған һағышымды
Көс-хәлгә тыям,
Буран илай минең менән –
Мин быны тоям.

Һепер әйҙә, буран, һепер!
Минән алып кит
Һөйөү, өмөт, һағышымды –
Түҙ, йөрәгем, көт!

Бар йыһанда япа-яңғыҙ
Торам да торам…
Күңелемдән һағыш ҡыуа
Һепертмә буран.


10.12.2014