Jump to content

Һинең булмыш. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Һинең булмыш (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һинең булмыш


Гел генә йылмаймай тормош –
Күктәр гел аяҙ тормай.
Ҡап-ҡара болот ҡуйырып,
Ямғыры көндө урлай.

Тәҙрәнән тышҡа уфтанып
Ҡарап тик ултыраһың.
Хәтер дәфтәрен аҡтарып,
Яңыһын тултыраһың.

Һөйөклөм, һинең булмыш та
Ҡар-боҙло ямғыр һымаҡ.
Йөҙөмә һалҡын ел бәрә…
Әйтерһең, бер арғымаҡ

Сабып үткән саҡта, мине
Ҡойондора таш-ҡомға,
Үҙе сума офоҡтағы
Күк ялмаған ташҡынға…

Шәфәғе ҡан төҡөн алыр,
Шәмәреп таңы атыр.
Шым ғына ҡайтҡан атыңдың
Шәрифе – Аҡбуҙаттыр.