Jump to content

Һинең күңел

From Wikisource
Һинең күңел (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 07.01.1997. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (77-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Һинең күңел


Йәйғор ине күгең.
Күңелеңә
Һыя ала ине йыһан да,
Бәхет йондоҙарын бүләк иттең
Күктәремә һөйөү тулғанда.
Шик - ул ишек.
Эйе, ҡара тишек,
Үтеп ингән һайын киңәйә.
Яҡтылыҡ юҡ.
Нурға ынтылғандар
Ниңә, тигән һорау бирәләр.
Өндәшмәнең.
Ҡара эслеләрҙән
Ҡараңғылыҡ ҡына юлланың,
Яңыңдағы һөйөү фәрештәһен
Ябраилға тиңләп уйланың.

Күңелеңдең күге – ҡара болот.
Күк күкрәне.
Йәшен уйнаны.
Һәр бер уғы һөйөү күкрәгендә...
Мин ғәйепһеҙ, тиеп уйланың.
Уйнаның.

Болоттарың тетелеп тә бөттө,
Тик йәйғороң ниңә ҡалҡманы?
Һөйөү-Ҡояшың бит
Йыһан менән
Бергә күңелеңде ташланы.
Йәйғор ине күгең...
Хәҙер унда
Үҙеңә лә ҡыҫан урының.
Һиндә инем,
Инде Ай, Ҡояшлы
Йыһан атлы илдә булырмын.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.