Jump to content

Һинһеҙ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Һинһеҙ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1981.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Үткәндәремде ҡәһәрләп
Һинән китәм,
Ләкин үҙем һәр көн һинән
Сәләм көтәм.

Һинһеҙ эскән һыуҙарымдың
Тәмдәре юҡ.
Һинһеҙ үткән көндәремдәң
Йәмдәре юҡ.

Кире ҡайтмам инде, тиеп
Һинән китәм.
Үҙем тик бер осрашыуға
Өмөт итәм.