Һин туҡтатма мине.
Йөрәгемдә
Һулҡ-һулҡ килгән тәрән яра бар.
Һыпырып ҡына уны уңалтырлыҡ,
Әйтсе, йәнем, ниндәй сара бар?
Мин йәшәйем, үҙ яраһын үҙе
Ялап еңгән инә бүреләй.
Яндарыңда ҡалһам,
Уттарыңда
Янып көлгә ҡалам тереләй.
Көс-дарманың бөркөр
Ҡараштарың
Төбәлгән шул башҡа берәүгә.
Яндарыңдан китәм,
Ҡалмаҫ өсөн
Күмерләнгән ҡара терәүгә.