Тик берәүһе тороп ҡалған
Һинең бүләк һырғанан.
Иҫтәремә төштө инде
Баҡсалағы һырғанаҡ.
Һап-һары шул һырғанаҡтай
Һәр бер быуының һайын,
Татлы емеш булып һиңә
Һарылғым килде тағын.
Емештәре татлы ла һуң,
Сәнскеле – һабағы.
Әрнеүҙәрһеҙ генә булмай
Саф мөхәббәт һабағы.