Көтәм әйтер һүҙҙәреңде,
Ҡырын ҡараган булып.
Өндәшмәһәң, тағы ҡалам
Күңелем айҙай тулып.
Һуң нимәгә
Был тиклем дә
Йәшенмәк уйнайбыҙ беҙ?
Йөрәктәрҙе
Дер һелкеткән
Йәшендән
Туймайбыҙ беҙ?
Таңдар тыуа бер-береңде
Иркәләр, наҙлар өсөн.
Һөйөү нуры иҫтә ҡала
Ғүмергә баҙлар өсөн.
Йә, көл әле,
Ихлас бул һин,
Һөйкөмлө һөйәккәйем.
Берҙән-берең
Мин икәнде
Әйт инде, йөрәккәйем!