Jump to content

Әйҙә, күңелем. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Әйҙә, күңелем (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915. Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Әйҙә, күңелем


Әйҙә, күңелем, бында торма, күккә, күккә, күккә ос,
Күккә ос: күктә тыныс, бында һуғыш, бында ҡылыс!

Әйҙә күккә, бында йәм юҡ, күктә йәм бар, унда нур,
Бында нәмә: йәмле һындар... Унда хур бар, унда хур.

Әйҙә ғүмерем, әйҙә, бәхетем, әйҙә күңелем, бергәләп,
Бында булһа күбәләктәр, ундалыр барлыҡ мәләк.


1915