Jump to content

Өләсәй һүҙе(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Өләсәй һүҙе ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Өләсәй һүҙе


 «Ни сәсһәң — шуны урырһың»,—
 Өләсәй һөйләй миңә.
 Картуф шытып сыҡты быйыл,
 Күмеп ҡуйғайныҡ ергә.
 Өләсәйҙең был мәҡәлен
 һынарға булдым бөгөн.
 Туҙған велосипедымды
 Тоттом да ергә күмдем.
 Ямғырҙан һуң барып күрҙем,
 Шытып та килә үҙе.
 Яп-ялтыр булып күренә
 Велосипедтың руле!
 


1993 йыл