Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/102

From Wikisource
This page has not been proofread.

Башҡорттарҙа әлегәсә һаҡланып килгән "Ҡаз өмәһе" тигән йола бар. Ул октябрь-ноябрь айҙарында үткәрелә. Кемдә, ҡасан булыуы тураһында алдан уҡ хәбәр еткерелә.

Өмәгә етез егеттәр, таҫыллы ҡатын-ҡыззар саҡырыла, сөнки ҡаз йолҡоу үзенә күрә зур оҫталыҡ, тырышлыҡ талап итә.

Егеттәр ҡаҙ салып, йолҡоусыларға индереп тора, уларҙың башҡа йомош-юлдарын үтәй. Ә ҡатын-ҡыз әйҙә һике тирәләй ултырып, уртаға зур шаршау һалып, уның остарын үззәренә тартып, нығытып, салынған ҡаззарзы эшкәртә башлай. Йолҡоу эштәре бөткәс тә ҡаз мамығын ала һалмайҙар. Ьәр кем беләген мамыҡҡа тығып ала ла ошондай һамаҡ әйтә:

Беләгең һимез булһын,

Күңелең назлы булһын,

Йортоң ҡазлы булһын!

Шулай итһәң, аяҡ-ҡулдар һыҙлауһыҙ була, йәнәһе. Мамыҡ йыйылғас, ҡаззы таҙалау башлана. Шунан һуң ҡыҙҙар, еңгәләр бер нисәшәр ҡаҙҙы көйәнтәгә элеп, йылға буйына төшә. Унда мәрәкә һүҙҙәр әйтешеп, шаяра-шаяра ҡаҙҙарҙы ағын һыуҙа сайҡаталар. Йылға буйы көлкөнән, ҡурай, гармун моңонан яңғырап тора.

Ьыу буйында еңгәләр ҡаҙ ҡауырыйзарындағы мамыҡты һыҙырып алып, түбәндәгесә һамаҡлап, елгә осора:

Ҡаҙ булып ҡайтығыҙ,

Ҡаҙ булып ҡайтығыҙ,

Ҡыр тултырып ятығыҙ,

Ҡыр тултырып ятығыҙ.