Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/104

From Wikisource
This page has not been proofread.

Ҡышҡы һалҡындар төшөп, ҡар ныҡлап ятҡас, ноябрь- декабрь айҙарында ауыл халҡы һуғым һуйыу өмәләре үткәрә. Һуғымға тип алдан уҡ йә һыйыр, йә йылҡы малын әҙерләгәндәр... Уларзы махсус азыҡ рационы биреп һимерткәндәр.

"Һуғым өмәһенә" хужаның туғандары, күрше- күләндәре йыйыла. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырыла. Ирҙәр малды йығып салғансы, ҡатын- ҡыҙҙар ҡатнашмай, тик тиреһен һыҙырып бөткәс кенә һуғым һуйған ергә баралар һәм эштең аҙағына тиклем ярҙам итәләр.

Кисен һуғым һыйы уҙғарыла. Байрамға өмәлә ҡатнашыусылар бөтә ғаиләләре менән йыйыла. Был һый өсөн малдың түшкә-муйынын бешерәләр. Бынан тыш тултырма (әгәр һыйыр малы булһа) йәки ҡаҙылыҡ әҙерләнә. Әгәр былары булмаһа, ғәйеп һанала. Һуғым ашында йәнә салыу һөйәгенең булыуы ла мотлаҡ. Ул мал салған кешегә бирелә. Ит тәме мал салыусының ҡулына бәйле: "Күңеле ҡаты булһа, ит тә ҡаты була, йомшаҡ, изге күңелленең һуйған ите лә йомшаҡ"- тигән ышаныу бар. Шуға күрә салыусының роле ныҡ баһаланған, ул ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе һаналған.

Мал салыуҙың да үһ тәртибе бар. Шуларҙың иң мөһимдәре:

1. Салыусы мотлаҡ сөннәтле булырға тейеш.

2. Малдың башы ҡибла яғына ҡарата ятҡырыла.

3. Салыр алдынан изге доға уҡыу, һис булмаһа "бис- миллаһи-рахманир-рәхим" тиергә кәрәк.